Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2022, 15:00

Ял итеү урынына... туҡмалған

Балалар лагерҙарының береһендә тиҫтерен туҡмаған ҡыҙҙарҙың яуызлығы шаҡ ҡатырҙы...

Ял итеү урынына... туҡмалған
Ял итеү урынына... туҡмалған

Был ҡурҡыныс видеояҙма интернет селтәре, социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар буйлап бик тиҙ таралды.

Әбйәлил районындағы балалар лагерҙарының береһендә ҡыҙҙар һуғышҡан. Дөрөҫөрәге, берәүҙе икәү туҡмаған. Балаларҙың уҫаллығы иҫте килтерә: улар ҡулдары менән ҡыҙыҡайҙың башына һуға, аяҡтары менән типкеләй. Береһе иһә меҫкен тиҫтерен башы менән тимер карауатҡа ҡуша һуғып ала... Шуныһы, яндарында тағы бер нисә малай бар. Улар ҡорбандың тәненә теләһә нимә төшөрәбеҙ тип янап, ҡурҡытып ултыра. 

“Был хәл 2022 йылдың 12 июлендә кискеһен була. "Магнитогорск металлургия комбинаты" балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү комплексы асыҡ акционерҙар йәмғиәте хакимиәте ошо эштәрҙе башҡарҙы: низағта ҡатнашҡандарҙың исем-фамилиялары асыҡланды, тәрбиәсенән, вожатыйҙарҙан аңлатмалар алынды, материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылды, – тиелә лагерҙың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә. – Балаларҙың, конфликтта ҡатнашҡандарҙың ата-әсәләре менән эш алып барыла. Был осраҡты хоҡуҡ һаҡлау органдары тулыһынса тикшерер һәм ғәйеплеләр яза алыр тип ышанабыҙ”.

Республика Тәфтиш комитеты тикшереү ойошторған. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙы егет арҡаһында туҡмағандар.

Фото: "Черное и белое" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: