Йәмғиәт
15 Июль 2022, 02:00

Ай тулғанда әйткән теләктәр тормошҡа аша...

Өфө егете яңыраҡ ҡына атай булған. 

Ай тулғанда әйткән теләктәр тормошҡа аша...Ай тулғанда әйткән теләктәр тормошҡа аша...
Ай тулғанда әйткән теләктәр тормошҡа аша...

Даланлы кешеләр арабыҙҙа йәшәй. Өфө егете Венер Абдразаҡов - шундайҙарҙың береһе. Ярты йыл элек, ай тулған төндә ул теләк теләй һәм миллионерға әйләнә.

Тап ярты йыл элек ир беренсе тапҡыр лотерея билеты алып, үҙенең бәхетен тикшермәксе була. Һәм күп тә ваҡыт үтмәй быға инана – “Торлаҡ лотереяһы”нда уйнап, өс миллион һумлыҡ фатир ота.

Еңеүгә тиклем Венерҙың ҡатыны, яңы ай тыуғанда теләп яҙған хыял тормошҡа аша, тип әйткән булған. “Бөтә алымдар ҙа яҡшы, шуға күрә быныһын да тикшерергә булдым. Дәфтәремдә лотереяла еңергә теләүемде яҙып ҡуйҙым. Иртәгәһенә иртән “Столото” сайтында билеттар һайланым. Осраҡлы рәүештә тәүге өсәүһендә тыуған көндәребеҙ һаны теркәлде: ҡатынымдыҡы, минеке һәм ҡыҙымдыҡы. Үҙ алдыма ғына быны иҫбатлау билдәһе тип уйланым. Яңылышманым”, – тип һөйләгән ул.

Өфө егете бүләкте аҡсалата алырға булған. Ике йыл элек ҡатыны менән яңы фатир һатып алғандар. Отошҡа ир ипотеканы өлөшләтә ҡаплай, ҡалған аҡсаға автомобиль яңыртасаҡ. Венер төҙөлөш фирмаһында монтажсы булып эшләй. Яңыраҡ тәүге тапҡыр атай булған.

Фото: "Столото"

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас