Йәмғиәт
15 Июль 2022, 05:31

Бер-береһенә терәк булып

Шәрифуллиндар – ижад менән янған ғаилә.

Был донъяла үҙ ишеңде табыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Гөлназ һәм Алмас Шәрифуллиндарҙың ғаиләһе менән яҡындан танышҡандан һуң, йәш ғаиләнең маҡсаты, шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Йәштәрҙең тормош девизы – бер-береңә терәк булып, ярҙам итеп йәшәү, “ғаиләм – минең ышаныслы ҡәлғәм” принцибы менән тормош көтөү. Шәрифуллиндар – йыр-моң донъяһында йөҙгән, балаларын да сәнғәт, матурлыҡ донъя­һына ылыҡ­тырыу өсөн ты­рыш­­лыҡ һалғ­ан татыу ғаиләләрҙең береһе.

Нефтекама ҡалаһында үткән “Ижади ғаилә” республика конкурсында, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйге­һе­нең “Ижад” номинация­һын­да уңыштарға өлгәшеп, диплом­дарға лайыҡ булған Гөлназ кеше­ләрҙе яҡынайтҡан, берләштергән йыр сәнғәтен өйрәнеүгә тағы дәртләне­берәк тотонмаҡсы. “Мине һуңғы ваҡытта моңло оҙон көйҙәр, уларҙың тарихы, үҙенсәлектәре ныҡ ҡыҙыҡ­һын­дыра. Дүртөйлөлә үткән “Туған тел” республика конкурсында Юлай Үҙәнбаев­тың “Йылғалар төнөн һөй­лә­шә” һәм халыҡ йыры “Зө­ләй­ха”ны баш­ҡа­рырға баҙ­нат иттем. Икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булғас, шатлығым­дың сиге булманы, – тип һөйөнөсөн уртаҡ­лаш­ты Гөлназ. – “Бала ҡар­ға” башҡорт халыҡ йырын еренә еткереп йырлау серҙә­рен өйрәнәм. Был сығышым­ды “Ашҡаҙар” радио­һы үткәр­гән йыр бәйгеһенә ебәрер­гә булдым”.

Гөлназ райондағы “Райхан” эс­трада-вокаль ансам­бле­нә етәксе­лек итә. Ә ҡыҙы Ынйы 12 үҫмер ҡат­­нашҡан “Умырзаялар” йыр ан­сам­­блен­дә ҙур теләк менән шө­ғөл­ләнә. Һигеҙ йәшлек Самира ла йырҙар өйрәнә, уның да сәнғәт, сәх­нә менән дуҫлашырына шик юҡ.

– “Йәш килен” республика конкурсы ғүмерҙә онотол­маҫлыҡ тәьҫо­раттар ҡалдыр­ҙы. Бик мауыҡ­тырғыс, һәләт­тәрҙе төрлө яҡтан асҡан күңелле бәйге булды. Визит карточкаһы, йырға оҫталыҡ, аш-һыуға маһирлыҡ – ба­рыһы ла иҫәпкә алынды. Мин бешергән “Борай бәлеше” тел йоторлоҡ тәмле булды! Өсөнсө урынды алып, ғаи­ләм менән ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерҙек. Республика һәм район күләмендә йөкмәткеле, юғары кимәл­дәге мәҙәни саралар­ҙың йыш үткәрелеүе, йәш талант­тарҙы асыу буйынса оло эштәр башҡарылыуы хуплау­ға лайыҡ. Райондағы Балалар сәнғәт мәктә­бенең һө­ҙөм­тәле эше, кескәйҙәр һәм үҫмерҙәрҙең унда яратып шөғөлләнеүе шатлыҡлы. Вокал буйынса педагог Рәзидә Әхмәтоваға ижади уңыштар насип булһын, – тип хөрмәт менән телгә алды балаларҙа йыр сәнғәтенә һөйөү уятҡан хеҙмәттәштәрен.

Гөлназдың һәр аҙымын хуплап, юл биреп, уңыштарға ҡанатлан­дырып торған тормош иптәше Алмастың оҫта бейеүсе икәнлеген һуңғараҡ ҡына белдек. Йорт хужа­һы бик тыныс холоҡло, ғаиләһе өсөн имәндәй ныҡ терәк булыуы, ҡа­тынына тәрән ихтирамы уның һәр һүҙендә сағыла. Алмас республика мәҙәниәт техникумының хореография бүлеген 2005 йылда тамамлаған.

Бөгөн Шәрифуллин­дар­ҙың береһе тамашасыларҙы йөрәктән сыҡҡан йырҙары ме­нән арбаһа, икенсеһе ял­ҡын­лы бейеүҙәре менән дәртләндереп йәшәй. Йәш ғаилә Хөкүмәт ярҙамы менән субсидия алып, Әсәлек капиталын да файҙаланып, үҙ йорттарын төҙөгән. “Берҙәм­лек яҡынайта, йыр ауырлыҡ­тарҙы еңеләйтә”, – ти йәш­тәр. Ә Гөлназдың күңелендә­ге тағы бер серҙе асайыҡ: “Райхан” йыр ансамблен “халыҡ ансамбле” дәрәжә­һенә күтәреү хыялы менән йәшәй ул.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Балтас районы

Читайте нас