Йәмғиәт
15 Июль 2022, 16:00

Хакимиәт башлығы дөрөҫ эшләгәнме?

17 йәшлек егет тәртип боҙоп, урамдарҙы бысратып йөрөгәс...

Хакимиәт башлығы дөрөҫ эшләгәнме?Хакимиәт башлығы дөрөҫ эшләгәнме?
Хакимиәт башлығы дөрөҫ эшләгәнме?

Эшһеҙлектән ни ҡылырға белмәйенсә, ҡала милкен боҙған 17 йәшлек егеткә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта шөғөл тәҡдим иткән.

Июнь айында парктағы видеокамералар ярҙамында баллон менән буяу һиптереп, төрлө яҙма ҡалдырып, шундағы киоскты бысратыусының кем икәнлеген асыҡлағайнылар. Ошонан сығып, тәртипһеҙ егеткә һәм уның дуҫына ҡарата дәүләт милкен боҙғаны өсөн дүрт мең һум күләмендә штраф билдәләгәндәр.

Ҡала башлығы һүҙҙәренсә, хулиган егет колледждағы уҡыуын ташлаған һәм әле үҙен музыка һәм граффити өлкәләрендә һынаған мәле икән. Етәксе егеткә ихаталарҙы йәмләндереү буйынса подрядсы компанияла эшләп ҡарарға тәҡдим иткән. Фирмаға бигерәк тә әлеге ваҡытта буяу буйынса хеҙмәткәрҙәр кәрәк.

"Был аҡса эшләү өсөн яҡшы мөмкинлек. Эшһеҙ ҡала буйлап милек боҙоп йөрөү һымаҡ түгел инде һәр хәлдә", - ти Белорет ҡалаһы етәксеһе.

Фото: utv.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас