Йәмғиәт
15 Июль 2022, 07:35

Иң көслө кешеләрҙең береһе

Бер тонна йөк күтәреү уның өсөн ауыр түгел.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

90-сы йылдар үҫмерҙәренең һәр береһе тиерлек Арнольд Шварценеггер, Брюс Ли, Чак Норрис һәм Жан Клод Ван Дамм кеүек фильм геройҙарын үҙ кумиры итте, уларға оҡшарға тырышты, әммә һирәктәр генә физик һәм рухи көстәрен үҫтереү өсөн йылдар буйы үҙ өҫтөндә эшләй алды.

Бөгөн таныштырасаҡ ҡунағыбыҙ кино геройҙарынан бер ҙә кәм түгел. Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып, Ишембай ҡалаһында үҫкән Рөстәм Сатвалов илдә яңыраҡ популярлыҡ яулаған пауэрлифтинг менән шөғөлләнгән спортсы булараҡ билдәле. Әлеге көндә яҡташыбыҙ Ишембай нефть-газ сығарыу идаралығында мастер булып эшләй.

 – Рөстәм, һеҙҙе был спорт тө­рөнә нимә ылыҡтырҙы? Бала саҡ хәтирәләре менән дә уртаҡ­лашһағыҙ ине...

– Үҙемде бәләкәйҙән сыныҡтыр­ҙым – мин шөғөлләнеп ҡарамаған спорт төрө булмағандыр. Футбол, волейбол, бокс, кикбоксинг, каратэ, йүгереү, саңғыла йөрөү... Шуға ла район ярыштарында күп ҡатнаш­тым. 14 йәштән атайым менән төҙөлөштә эшләнем, ауыр әйбер­ҙәр күтәрергә тура килде. Бер саҡ ялтырауыҡлы тышлы журнал табып алдым, унда бодибилдинг легендаһы Арнольд Шварценеггер­ҙың фотоһы бар ине. Ҡойоп ҡуйған иҫ киткес һын! Ошо саҡта үҙемдә ниндәйҙер дәрт тойҙом, артабан мус­кулдарҙы нығытыу өсөн үҙаллы төрлө күнекмәләр эшләй башланым. IX класты тамамлағандан һуң, һөнәрселек училищеһына уҡыр­ға индем. Ятаҡтың беренсе ҡа­тын­да урынлашҡан спорт залын­да йыл ярым тирәһе шөғөллән­дем. Һуңынан “Шанс” клубына күс­тем. Шулай итеп, күнекмәләр залы икен­се өйөмә әйләнде, тиһәң дә була.

– Күптәр “пауэрлифтинг” тигән терминдың төшөнсәһен аңлап етмәй. Спорт төрө була­раҡ, ул ниндәй компоненттарҙы үҙ эсенә ала?

– Пауэрлифтинг инглиз һүҙенән барлыҡҡа килгән: power – “көс, ҡеүәт”, lifting – “күтәреү”, йәғни спорт­сы иң юғары ауырлыҡты күтә­рергә ынтылырға тейеш. Был спорт төрөндә үҙ-ара көс һынашыу шунан тора. Анығыраҡ әйткәндә, спортсылар үҙ ауырлыҡ үлсәмендә  пауэр­лифтингка ҡараған өс төр буйынса ярыша. Тәүҙә улар штанганы яурынына һалып, сүкәйеп тора, артабан эскәмйәгә ятып, уны баш осона күтәрә. Һуңғы этапта штанганы иҙәндән күтәреп, аяҡ өҫтө баҫалар. Еңеүселәр тап ошо өс күнекмә буйынса билдәләнә.

– Иң тәүге сығышығыҙ ҡайҙа һәм ҡасан булды?

– Йәштән шөғөлләнһәм дә, армияға тиклем сығыш яһарға тура килмәне. 17-18 йәштәрҙә Өфөлә үткән сарала ҡатнашып, спорт мас­терлығына кандидатлыҡ нормаларын үтәргә теләк тә бар ине. Һамар өлкәһендә хеҙмәт иткән саҡта Рощинский ҡасабаһында пауэрлифтинг буйынса асыҡ чемпионатта үҙ яҙмышымды һынап ҡарамаҡсы булдым.

Әйтергә кәрәк, был ҡасабала спорт клубының эшмәкәрлеге бик оҫта ойошторолған. Унда мин яңы дуҫтарымды, фекерҙәштәремде таптым. Клубтың атҡаҙанған тренеры – күп чемпиондарҙы тәрбиә­лә­гән спортсы. Шул уҡ ваҡытта армияла гер күтәреү буйынса ла ярыштар ойошторола торғайны, унда ла уңышлы ҡатнаштым. Хеҙмәт бурысын үтәп, тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡас, республика ярыштарында сығыш яһай башланым. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуанырлыҡ булды – призлы урындар, Башҡор­тос­тан чемпионы исеменә һәм кубогына лайыҡ булдым.

2006 йылда 23 йәшкә тиклемге егеттәр араһында үткән Рәсәй  беренселегенә  барҙым. Унда ҡатнашыуымдың маҡсаты – спорт мастерлығына  кандидатлыҡ нормаларын үтәү. 810 килограмлыҡ ауырлыҡ күтәрергә кәрәк ине. Мин юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәтеп (815 килограмм), спорт мастеры тигән танытма алдым. Артабан 2010 йылда Ижевскиҙа Рәсәй кубогы өсөн ярышта – икенсе, Новосибирскиҙа Рәсәй беренселегендә дүртенсе урынды  яуланым.

2011 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй кубогында еңеү­се булып танылдым. 980 килограм­лыҡ ауырлыҡты күтәреп, халыҡ-ара спорт мастеры нормативын үтәнем. Әлбиттә, төрлө сәбәптәр арҡаһында сығыш яһамаған йылдар ҙа булды. 2013 йылда “Шанс” клубында егеттәргә күнекмәләр үт­кәрергә тура килде. Һуңынан улар­ҙы Башҡортостан чемпионатына алып барҙым. Беҙ унда ҡалалар ара­һында өсөнсө урынға лайыҡ булдыҡ.

– “Көс экстримы”нда ҡатна­шы­уы­­ғыҙ тураһында ла һөй­ләгеҙ әле?

– Эйе, минең өсөн көс экстримы кеүек спорт-шоуҙарҙа ла ҡатнашыу ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс. Был спорт төрө вәкилдәре,  автомобиль, бүрәнә кеүек ауырлыҡтарҙы күтәреп, ваҡытҡа ярыша. Легендар бәһлеүән – Рәсәйҙең иң көслө кешеһе  Эльбрус Ниғмәтул­линды белмәгән кеше юҡтыр. Уның менән бер нисә йыл элек Ишем­байҙа танышҡайныҡ, шунан бирле яҡын дуҫтарбыҙ.

Күпмелер ваҡыт уҙғас, Эльбрус ағай Өфөлә Башҡортостан Адвокаттар коллегияһына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолған күрһәтмә ярышҡа саҡырҙы. Ҙур сарала ил­дең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡ­тар ҙа күп ине. Унда мин машина күтәрҙем. Шулай уҡ Ырым­бурҙа, Силәбелә, Надымда һәм баш­ҡа төбәктәрҙә үткән шоуҙарҙа ла сығыш яһаным. Ҡалаларҙың тәүгеһендә (2010 йыл) беренсе урын­ды яулауға өлгәштем. Шуны­һы ҡыҙыҡ: Надымда (2014 йыл) пауэрмен йәки арктик ярыштар 20 градуслыҡ һыуыҡта ойошторолдо. Унда 10 спортсы араһынан бишенсе урынға сыҡтым. Быға тиклем ун­дай ҡышҡы бәйгеләр уҙғарыл­маны.

– Һеҙ халыҡ алдында оҙаҡ ҡына сығыш яһамай торҙоғоҙ. Яңыраҡ яулаған ҡаҙаныш­тары­ғыҙ тураһын­да тағы ишетеп ҡыуандыҡ.

– 2014 йылда Яңы Георгиевка ауылында йорт һала башланым, шуға ла спортҡа ваҡыт ҡалманы. Әлбиттә, өйҙө үҙ ҡулдарым менән төҙөү миңә ҙур кинәнес килтерҙе. 2015 йылда ғаиләм менән шунда күсеп сыҡтыҡ. Унан килеп балалар тәрбиәләүгә лә ваҡыт кәрәк. 2021 йылдың декабрендә Өфөгә көс экстримы буйынса ярышҡа саҡырғай­нылар, ләкин ул финанс ауырлыҡ­тары арҡаһында быйылға күсерел­де. Ә бына мин пауэрлифтинг буйынса донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара спорт мастеры Риф Ғәҙиев иҫтәлегенә арналған асыҡ чемпионатта беренсе урынға сыҡтым.

– Йорт тураһында һүҙ сыҡҡас, ғаиләгеҙ менән дә таныштыр­һағыҙ ине.

– Иң ҙур терәгем – ҡатыным Лиана, еңеүҙәремдең яртыһы – уныҡы. Пауэрлифтинг, көс экстримы кеүек спорт төрө менән шөғөл­ләнгәндәргә үҙенсәлекле туҡланыу, калориялы аш-һыу талап ителә. Шуға ла ҡатыныма күп көс төшә. Ижад, спорт кешеһенең уңышы – яҡшы тыл булыуҙа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Салауат ҡалаһы һылыуы менән 2008 йылда таныштым. 2010 йылда мөхәббәт емешебеҙ булып, тәүге улыбыҙ Искәндәр тыуҙы. Артабан 2016 йылда – Бакир, 2019 йылда Батыр донъяға килде. Өлкәне  ҡаланың Спорт һарайында грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Бала­ларға спорт юлына аяҡ баҫы­ғыҙ, тип ҡушмайым, ләкин өйҙә улар­ға еңелсә күнекмәләр үткә­рәм... Шулай уҡ миңә көс-дарман өҫтәгән атай-әсәйемә – Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙына һәм Фәрғәт Әнүәр улына оло рәхмәтемде еткерәм. Атайым Бөрйәндеке булһа ла, үҙ бәхетен һәм урынын тап Ишем­байҙа тапҡан.

– Рөстәм, һеҙгә артабан донъя үрҙәрен яуларға яҙһын!

-  Айһылыу ВАХИТОВА

Читайте нас