Йәмғиәт
15 Июль 2022, 07:12

Июндә үк картуф уңышын йыялар

Ғәлиәхмәтовтар баҡсасылыҡ менән етди шөғөлләнә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Арабыҙҙа шундай кешеләр  бар, улар үҙҙәре башҡа һөнәр эйәһе булһа ла, бар күңелен биреп баҡса үҫтерә. Асҡын  районы үҙәгендә йәшәгән Зөлфиә менән Салауат  Ғәлиәхмәтовтар ҙа тап шундайҙарҙан.

Уларҙың баҡсаларында файҙа­ланылмай ятҡан бер генә метр ерҙе лә күрмәҫһең. Йәшелсә, еләк-емеш­тең дә үҙенсәлекле яңы сорттарын эҙләп, махсус  рәүештә ҡайтартып  үҫтерәләр.

Зөлфиә Бәҙретдин ҡыҙы баш­ланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, Салауат Әхмәт улы район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә баш инженер вазифа­һын башҡарған. Әлеге көндә улар икеһе лә хаҡлы ялда, ләкин ял итеп ултырған бер генә көндәре лә юҡ. Яҙғы-йәйге осорҙа баҡса эшенә күмеләләр.

Бәрәңгеләренең тәүге партия­һын 24 апрелдә япма аҫтына ултыртҡандар. Июнь аҙағына улар өлгөрөп тә еткән. Әйткәндәй, былтыр ҙа улар 29 июндә үк  яңы уңышты ашай башлаған.

– Йәйен ашар өсөн махсус рәүеш­тә иртә өлгөрә торған сортты сәстек. Бәрәңге эре булһын, көсө орлоҡҡа китмәһен өсөн, уны үҫте­реүҙә үҙебеҙҙең алымдар ҙа бар. Картуф  сәскәләнә башлау менән сәскәһен өҙөп торабыҙ. Шул ваҡыт­та туйындырыу көсө сәскәгә түгел, ә бүлбе­ләренә китә, уңыш мул була. Барлы­ғы баҡсабыҙҙа һигеҙ төрлө  бәрәңге үҫә: 75, 90, 120 көн­дә өлгөр­гәндәре бар. Һәр береһе айырым ерҙә урын алған. Һуң өлгөрә торған бәрәңгене октябрь айында ҡаҙып аласаҡбыҙ,– тип һөйләне Ғәлиәхмә­товтар.

Ниндәй генә түтәлгә күҙ һалма, хужаларса тәрбиә күренә. Теплицаларында помидорҙары ла ҡыҙара башлаған, ҡыярҙары ла күптән өлгөргән.

– Помидор үрсетмәләрен 17 февралдә сәсһәм, теплицаға 5 майҙа күсерҙек, – тине хужабикә. 

Ағас-ҡыуаҡтары ла емешкә йомарланып, ҡояш йылыһын көтә. Ҡарағаттарының бер сорты хатта сейә ҙурлыҡ була, ти баҡса уңғандары.

Ашлама тураһында ла һорау ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Был маҡсатта улар тиреҫте файҙала­ныуҙарын әйтте. Һарай тултырып мал аҫрағас, был йәһәттән ҡыйынлыҡ юҡ.

Ғәлиәхмәтовтарҙың һарыҡ-кәзәләренең дөйөм һаны  100 башҡа етә. Һарыҡтың “куйбышевская” тигән итле тоҡомон аҫрайҙар. Һауын кәзәләре генә лә һигеҙ баш. “Һөтөнән башҡа эремсеген дә, ҡатығын да әҙерләйем. Үҙебеҙ ҙә ҡулланабыҙ, туғандарға ла күстәнәскә етә”, – тине Зөлфиә апай.

Ялҡауланмаһаң, баҡсаның да уңыуын, ҡурала  мал-тыуарҙың  да ишле булыуын күрҙек был ғаилә миҫалында.

- Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Асҡын районы

Читайте нас