

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Магнитогорск тимер-ҡорос ҡойоу эштәренең 90 йыллығына, шулай уҡ Металлургтар көнөнә һәм Ҡала көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко булды.
Башҡортостан Хөкүмәте исеменән Андрей Назаров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрам — Металлургтар көнө менән ҡотланы.
— Көньяҡ Уралда уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ҙур металлургия комплексын төҙөү бөтә союз кимәлендәге әһәмиәткә эйә була. Был күп йәһәттән бөтә Урал төбәгенең үҫеш юлын билдәләй. Предприятие Рәсәйҙә һәм донъяла ышаныслы партнер, инвестор булараҡ киң билдәле. Һеҙ илдә һатылған металл изделиеларҙың биштән бер өлөшөн етештерәһегеҙ. Башҡортостан завод менән ныҡлы иҡтисади һәм социаль бәйләнештә. Күрше булыуыбыҙҙың күп йыллыҡ тарихы бар. Предприятиела байтаҡ ватандаштарыбыҙ эшләй, — тине Андрей Назаров.
Магнитогорск ҡалаһына һәм заводтың үҙенә нигеҙ һалынғанға тиклем башҡорттар Аташ тауында йәки Магнитогорск тауында тимер сығарған, тине Премьер-министр. Был хаҡта мәғлүмәт 1835 йылда Санкт-Петербург энциклопедия-лексиконында бирелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хәҙерге Магнитогорск биләмәһе күпмелер ваҡыт Башҡортостан составына ингән.
Бөтә Рәсәй үҙәк комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге "Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында" указының 2-се абзацына ярашлы, Магнит тауының майҙаны йәш Башҡорт Республикаһына тапшырыла. Әммә ошо уҡ йылдың 17 авгусындағы указына ярашлы был биләмәне Силәбе губернаһы составында ҡалдырыла.
— Бөгөн завод Башҡортостандың күп кенә сәнәғәт предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, металл изделиелар менән төп тәьмин итеүселәрҙең береһе булып тора. Шулай уҡ Магнитогорск металлургтары - инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса беҙҙең партнерҙар. Улар республикабыҙҙың яңы предприятиеларын ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ электр менән тәьмин итте. Әйтәйек, уҙған йылдың авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин Австрияның "Лассельсбергер" холдингының ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаларын етештереү буйынса завод эшен башлап ебәрҙе. Уның электр селтәрҙәре менән бәйләнешен завод тәьмин итте, – тип билдәләне Премьер-министр.
Андрей Назаров шулай уҡ, компания Урал аръяғында социаль һәм туристик инфраструктураны әүҙем үҫтерә, тине. Бөтә Рәсәйгә данланған Яҡтыкүлдең матур ярында урынлашҡан "Юбилей" шифаханаһы, шулай уҡ яҡындағы тау саңғыһы курорты бар. Завод Әбйәлил районының Зеленая Поляна ауылында бассейнлы ҙур спорт-һауыҡтырыу комплексын проектлауҙы тамамлай.
— Бөтә был уңыштар һәм ҡаҙаныштар артында предприятие етәкселегенең, завод эшселәренең көндәлек фиҙакәр эше тора. Барығыҙға ла сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө һәм юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшеүегеҙҙе теләйем! — тине Андрей Назаров.
Ул "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән Магнитогорск тимер-ҡорос ҡойоу эштәренең директорҙар советы рәйесе Виктор Рашниковты бүләкләне.
Фото: республика Хөкүмәте.