

Аҡъяр ауылында йәшәгән Илгиз Күҫәков өс йыл ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. “Авдон” ҡошсолоҡ фабрикаһынан ҡаҙ, өйрәк, күркә, бройлер себештәрен алып һата.
– Игенселәрҙеке кеүек үк, беҙҙең дә иң ҡыҙыу осор бара. Май, июнь, июль айҙарында алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килә. Һәр сәғәт ҡәҙерле, ни өсөн тигәндә, бер нисә айҙа ғына табыш алып була. Үҙебеҙҙең инкубатор булмағас, ҡоштарҙы ышаныслы, үҙебеҙ белгән “Авдон” ҡошсолоҡ фабрикаһынан килтерәбеҙ. Халыҡҡа тәүлеклек, ике аҙналыҡ, айлыҡ, ҡырҡ көнлөк себештәр тәҡдим итәбеҙ, – тип һүҙ башланы эшҡыуар.
Ҡаҙҙарҙың – “линда”, “губернатор”, “эре һоро”, бройлерҙың – “кобб 500”, күркәнең “хайберг” тигән тоҡомлоһон һаталар икән. Илгиз Сәйфулла улы әйтеүенсә, халыҡ ҡыҫҡа аяҡлы “кобб 500” тоҡомло бройлерға өҫтөнлөк бирә. Ҡаҙҙарҙың иһә эрерәктәрен һайлайҙар. “Себештәрегеҙҙең ҡош киҙеүе менән сирләгәне бармы?” – тип һорағас, хужа ышаныслы итеп: “Аллаға шөкөр, ундай хәлдәр булғаны юҡ. Ветеринария талаптары теүәл үтәлә, вакцина эшләнгән. Ваҡытында тейешле саралар күрелгәс, беҙҙең ҡоштар сирләмәй. Һатырға килтерелгән себештәр төрлө вирус һәм бактериялы ауырыуҙарға прививкаланған булырға тейеш – был мөһим талап”, – тине.
Уңған хужа себеш-бәпкәләрҙе ҡоштар өсөн тейешле һауа температураһы булдырылған урында тота. Унда бөтә уңайлы шарттар бар. Әйткәндәй, Илгиздең ҡустыһы Ирек Гай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләһә лә, вахта араһында ҡайтып, ағаһына ярҙам итә. Миҙгелдә яҡынса 50 мең себеш һаталар.
– Өйҙән генә түгел, аҙна һайын баҙарға сығып та һатабыҙ. Себештәр сифат яғынан яҡшы. Миҙгелде июль аҙағында ябабыҙ. Хәйбулланан тыш, башҡа райондарҙан да себеш алырға киләләр. Беҙ ҡоштарҙы аҫрау өсөн тейешле ветеринария һәм санитария талаптарын үтәйбеҙ. Һатып алыусыларға кәңәш иткем килә: иң тәүҙә себеш-бәпкәләр аҫраласаҡ урынды йоғошһоҙландырығыҙ. Ҡош-ҡорт торған урында һауаны алмаштырып тороғоҙ. Бройлерҙарҙы артыҡ иркендә тоторға кәрәкмәй: ашарға-эсергә, бер аҙ йөрөргә урын булһа, шул еткән. Улар иркен йөрөһә, буйға ғына үҫеп, артыҡ һимермәйәсәк. Ҡатнаш аҙыҡ сифатлы булырға тейеш, – ти уңған хужа.
Рина ҒҮМӘРОВА,
Бүребай ауылы:
– Өсөнсө йыл рәттән эшҡыуар Илгиз Күҫәковтан себештәр һатып алам. Яҡшы ҡараһаң, береһе лә үлмәй, сирләмәй. Йыл да 50-ләп бройлер алам. “Кобб 500” тоҡомлоһо бик эре, хатта биш килограмға етә. Ҡаҙҙарҙың “һоро эре” йәки “линда” тоҡомлоһон алам. Уларҙың ауырлығы яҡынса ете килограмм тарта. Күркә себештәрен дә күпләп алып, үҙебеҙгә, балаларға үҫтереп бирәм.
Айһылыу КИЛДЕБАЕВА,
Аҡъяр ауылы:
– Ошо көндәрҙә район үҙәгендә Иҙел Нурғәлиндең концертына барып, тамаша ғына ҡылып ҡайтманым, Илгиз Күҫәковтың ике мең һумлыҡ сертификатын оттом. Уға бройлер себештәре алып ҡыуандым. Эшҡыуарға тырыш хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт, эштәрендә уңыш теләйем.
- Гүзәл БОХАРБАЕВА
Хәйбулла районы