

Йәйҙе төрлөсә уҙғарырға мөмкин. Ауылға барырға, диңгеҙҙә һыу инергә, яңы ҡалалар менән танышырға була. Онотолмаҫлыҡ тарихи сәйәхәткә сығырға һәм Александр Невскийҙың юлын ҡабатларға ла мөмкин!
16 июлдән 20 авгусҡа тиклем Чуд күлендә барған һуғышҡа 780 йыл тулыуға ҡарата «Александр юлы» фестиваль-походы уҙасаҡ.
Ҡайҙа: Переславль-Залесский, Ярославль өлкәһе; Мәскәү, «Мышылар утрауы» милли паркы; Волоколамск, Мәскәү өлкәһе; Валдай, Новгород өлкәһе; Бөйөк Новгород, Новгород өлкәһе; Самолва, Псков өлкәһе.
Поход маршруты үткән ҡалаларҙа тарихи фестивалдәр ойошторола. Унда хәрби эшкә өйрәнергә, рыцарҙар турнирҙарында ҡатнашырға, концерт ҡарарға һәм оҫталар йәрминкәһендә сувенирҙар һатып алырға мөмкин.
Маршруттарҙы - карточкаларҙа , ә фестиваль тураһында Russia.Travel порталында (https://vk.cc/cf7u3t) һәм александровадорога.рф сайтында ҡарағыҙ.
Фото travelpoisk.ru