

Халыҡ иң күп йөрөгән урындар – һатыу нөктәләре. Уларға, әлбиттә, һәр кем тигеҙ, хәүефһеҙ юлдан йөрөгөһө килә. Әммә гел генә улай түгел шул.
Баҡтиһәң, ҡайһы берәүҙәр хәүеф-хәтәр аҙым һайын янаған юлдарҙан да йөрөргә мәжбүр икән. Мәҫәлән, юғары вольтлы электр сымдары һуҙылған, улай ғына ла түгел, ошо ҡатмарлы ла, хәүефле лә сымдар беркетелгән электр бағаналары аҫтынан тротуар эшләнгән. Ошо юлдан олоһо ла, кесеһе лә аҙыҡ-түлек алырға ла, кейем-һалым хәстәрләргә лә йыш йөрөй. Йәй миҙгелендә, бигерәк тә, әлеге йәшенле осорҙа юғары ток сымы бағанаһы аҫтынан үтеүе ныҡ ҡурҡыныс. Оҙон электр бағанаһы көслө елдә ҡоламаҫ тип кем гарантия бирер? Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Илдар Аҡъюлов фотоһы.