Йәмғиәт
15 Июль 2022, 17:30

“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”

Башҡортостанда йәнә бер мәртәбәле сара үтәсәк. Был хаҡта Андрей Назаров белдерҙе.

“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”
“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Магнитогорск ҡалаһында эш сәфәрендә. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙа.

“Бөгөн мин Магнитогорск халҡын Ҡала көнө, Металлургтар көнө һәм Магнитогорск тимер-ҡорос заводының 90 йыллығы менән ҡотланым. Байрамда Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡатнашты.

Республика Башлығы исеменән "Магнитогорск тимер-ҡорос ҡойоу эштәре" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Рашниковты "Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләнем.

Бөтә уңыштар һәм ҡаҙаныштар артында көндәлек эш тора – бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә сәләмәтлек теләйем, ике аралағы бәйләнештә артабан да уңыштар һәм юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшеүҙе теләйем!" - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фотолар Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”
“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”
“Рәсәй-Беларусь төбәктәренең юбилей форумына әҙерлек башлайбыҙ”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас