

Һәр төбәктең үҙенә хас тәбиғәте, кешеләре бар. Асҡын тарафтарына сыҡҡанда Упҡанкүл ауылына юл төштө. Яубүләк ауыл биләмәһенә ҡараған, ошондай уҡ исем менән аталған ҙур күл эргәһенә һыйынып ултырған ете ауылдың береһе ул.
Ауыл хакимиәте башлығы Флүр Әминев әйтеүенсә, Упҡанкүлдә 300-ҙән ашыу кеше йәшәй. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп бар, унда 40-ҡа яҡын уҡыусы белем ала. Балалар баҡсаһы булыуы ла йәш ғаиләләргә уңайлы, унда 10 сабый тәрбиәләнә. Почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб эшләп килә. Шулай ҙа өлгәшелгәндә туҡталып ҡалырға түгел, ауыл үҫһен, яңырһын өсөн уға даими иғтибар, хәстәрлек кәрәк.
Упҡанкүлдә былар күҙ уңынан ысҡынмай. Халыҡтың “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыуы ла ауылдағы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, үткән йылда мәктәптең ҡыйығы, тәҙрәләре алмаштырылған. Унан алдараҡ, 2018 йылда, һыу башняһы ҡуйылған. “Ауылда һыу селтәрҙәре иҫкергән, тишелеп, йыш ҡына мәшәҡәт тыуҙыра. Уларҙы алмаштырыу – көнүҙәк мәсьәлә”, – тине ауыл хакимиәте башлығы.
Халыҡтың матур йәшәүгә ынтылышы ла хуплауға лайыҡ. Быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, районда икенсе урын алыуға өлгәшкәндәр.
– Бына тигән мәсет бар. Халыҡтың унан юлы өҙөлмәй тиерлек. Хәҙер Упҡанкүлдә урамда иҫереп йөрөгән кешене күрмәҫһең. Барыһы ла матур йәшәргә тырыша. Мал аҫраусылар күп. Хатта унар һыйыр ҡарағандар бар. Ҡалалар йыраҡ булғас, уны һатыуҙа ғына ауырлыҡ бар, – тип тормоштоң ыңғай яҡтарын да, халыҡты борсоған һорауҙарҙы ла телгә алды Флүр Фәнүз улы.
Ауылдаштарҙың берҙәмлеген сағылдырған тағы ла бер күренеш – күмәк тырышлыҡ менән зыяратты кәртәләп ҡуйғандар. Халыҡтың көсө менән барлығы 360 мең һумлыҡ эш башҡарғандар. Ошо ауылда тыуып үҫеп, ситкә сығып киткәндәр ҙә изге эштән ситтән ҡалмай, аҡса менән ярҙам иткән.
Әлбиттә, ауылда башҡараһы эш аҙ түгел. Бөгөн юлдарҙы төҙөкләндереүҙең дә көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә булыуын билдәләне хакимиәт башлығы.
Ауылды унда йәшәгән йүнсел, уңған кешеләре биҙәй. Беҙгә лә ҡайһы берҙәре менән осрашырға насип итте.
Биш бала үҫтереп, әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы кисергән Венера менән Хәмит Әсләмовтарҙың донъяларының алға барыуы эш яратыуҙарына бәйле. Икеһе лә ошо ауылдан, Хәмит ағай – ете, Венера апай алты балалы ғаиләлә үҫкәс, улар өсөн ҙур ғаилә – ғәҙәти күренеш. Ауылды яратыуҙары “тыуған ерҙәрендә төпләнергә” тигән уртаҡ фекергә килтерә.
Әсләмовтар күпләп мал аҫрап донъя көтә, һыйыр малы ғына һигеҙ баш, унан тыш 40-лап һарыҡтары бар. Ҡуян үрсетеп тә файҙа күрәләр. Бындай ҙур хужалыҡты алып барыуҙа төп ярҙамсылары – Илнар менән Илмир улдары. Илнар ауылда төпләнгән, Илмир әлеге көндә һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәренә уҡып йөрөй. Ҙур йорт-ҡура төҙөү әллә күпме көстө ала. Йүнсел ғаилә үҙҙәре өсөн пилорам асып ебәргән. Өй, мал ҡураһы, мунса кеүек ҡаралтылар төҙөгәндә был ныҡлы ярҙам итә.
– Мал ҡарауы ҡыйын түгел. Эшләһәң, барыһы ла була. Әле тағы ла арттырырға тигән ниәтебеҙ бар. Ҡуртымға ер алып, шунда “электр көтөүсе” ярҙамында мал көтәбеҙ, – ти улар.
Ял тураһында ла онотоп, башкөллө эшкә сумған халҡы менән көслө ауылдарыбыҙ.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Асҡын районы

