Йәмғиәт
16 Июль 2022, 17:00

“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “

Андрей Назаров Белореттың юбилейын билдәләү тураһында яҙҙы.

“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ ““Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “
“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белореттың юбилейын билдәләү тураһында яҙҙы.

“Бөгөн Белорет үҙенең 260 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул – Көньяҡ Уралдағы тау сәнәғәте үҙәге. Ҡаланың яҙмышы Рәсәй һәм Башҡортостан сәнәғәтенең үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән.

Ҡала бер урында туҡталып тормай, әүҙем үҫә. Быйыл биш айҙа республикала сәнәғәт етештереүе алты проценттан ашыуға артҡан, металлургтар сирек өлөштән күберәк үҫеш тәьмин иткән. Бында Белорет металлургия комбинатының өлөшө айырыуса ҙур.

Ҡалала инвестиция күләме өстән бер өлөшкә артҡан. Ике миллиард һумлыҡ 20 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Һуңғы өс йылда социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүгә ике миллиардҡа яҡын бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән. Эшһеҙлек буйынса иң түбән күрһәткестәрҙең береһе лә тап ошонда.

Республикабыҙ Белорет халҡы менән бергә һәр төрлө һынауҙарҙы ла еңеп сығыр, тыуған Башҡортостан һәм бөтә ил хаҡына иң ҡыйыу хыялдарҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыр, тип ышанам. Ҡаланы хәстәрләүҙәрен, уны тәртиптә тотоуҙарын күреп, ҡәнәғәт ҡалдым. Афариндар! Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ.

Байрам, юбилей менән, ҡәҙерле белореттар!” – тип яҙҙы Премьер-министр.

Фото: vk.com/wall555400080_1041

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_1041

“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “
“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “
“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “
“Бергәләп ҡалаға үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ “
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас