Йәмғиәт
16 Июль 2022, 12:30

Талбазыла – “Уяв” байрамы

Радий Хәбиров: "Үҙ-ара дуҫлыҡ – беҙҙең төп байлығыбыҙ".

Талбазыла – “Уяв” байрамыТалбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауырғазы районындағы күркәм байрам тураһында яҙҙы.

“Бөгөн Ауырғазы районының Талбазы ауылында – күркәм байрам. Өсөнсө тапҡыр инде бында “Уяв” төбәк-ара сыуаш мәҙәниәте фестивале уҙғарыла. Сара ике йылға бер тапҡыр үткәрелә, унда республикабыҙҙың ҡала-райондарынан фольклор коллективтары һәм Сыуашстандан ҡунаҡтар килә.

“Уяв” – сыуаш халҡының иң ҙур байрамдарының береһе. Сағыу, күңелле сара программаһында - уйындар, спорт ярыштары, мәжлес. Ғәҙәттә, ул яҙғы баҫыу эштәренән һуң ер ял иткәндә, бесәнгә төшөр алдынан, уҙғарыла.

Башҡортостан – күп милләтле республика, төрлө халыҡ вәкилдәре быуаттар буйына үҙҙәренең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телдәрен һаҡлаған, дуҫ, татыу йәшәгән ер. Үҙ-ара дуҫлыҡ – беҙҙең төп байлығыбыҙ.

Барығыҙҙы ла күркәм байрам менән ҡотлайым! Ял көндәре һәйбәт үтһен!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Талбазыла – “Уяв” байрамы
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас