Йәмғиәт
16 Июля 2022, 16:30

Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер

Белорет районында ҡаяға үрмәләү спорты әүҙем үҫә.

Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итерЯңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Белорет буйлап эш сәфәрендә “Металлург” стадионы биләмәһендә яңы “Эталон трассаһы” скалодромын асыу тантанаһында ҡатнашты, шулай уҡ социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты.

Әле Белорет районында тренер Елена Коноплина етәкселегендә ҡаяға үрмәләү спорты әүҙем үҫә. Спортсылар республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүсе һәм призер булған.

– Яңы скалодром бөтә республика спорт инфраструктураһының айырым ғорурлығына әйләнер, тип ышанам. Ул ҡаяға үрмәләү буйынса яңы чемпиондар тәрбиәләргә һәм юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәрергә мөмкинлек бирер. Барлыҡ спортсыларға, спорт һөйөүселәргә юғары маҡсаттарға өлгәшеүҙә уңыштар теләйем! – тине Андрей Назаров.

Комплекс “Тиҙлек” һәм “MoonBoard” скалодромдарынан тора. Ул “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының наказдарын финанслау рәүешендә бүленгән аҡсаға төҙөлгән.

Артабан Премьер-министр 8-се дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһын, Ағиҙел йылғаһы янындағы ҡала быуаһының яр буйын, “Офоҡ аша уҙ” мәҙәниәт һәм ял паркын ҡарап сыҡты, объекттарҙы төҙөкләндереү сифатына баһа бирҙе. Ул шулай уҡ Башҡортостан архитектура һәм коммуналь хужалыҡ төҙөлөшө колледжының Белорет филиалында булды. Премьер-министр бинаны ремонтларға, муниципаль милеккә тапшырырға ҡушты. Был ике сменала белем алыу проблемаһын хәл итергә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһен үтәргә булышлыҡ итәсәк.

Фото: республика Хөкүмәте.

Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Яңы скалодром чемпиондар тәрбиәләргә булышлыҡ итер
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас