Йәмғиәт
17 Июль 2022, 18:20

Хәйерле кис! Тыныс йоҡо!

Фото Лилиә Солтанова сәхифәһенән. Уның ҡыҙыҡлы тарихын түбәндә уҡығыҙ.

Хәйерле кис! Тыныс йоҡо!Хәйерле кис! Тыныс йоҡо!
Хәйерле кис! Тыныс йоҡо!

Ошо мөләйем йылмайып торған инәйҙең фотоһы Башҡортостанды ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе урап сыҡты. Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынан Фәриҙә инәй ул. Ә тарихы бай һәм ҡыҙыҡлы был фотоһүрәттең. Уның ҡыҙы Лилиә Солтанова һөйләгәнде бәйән итәбеҙ.

"Был фото интернетта 2016 йылдан алып йөрөй, әммә уның авторы бар. Дөрөҫөрәгҽ, интҽрнҽт сҽлтәрҽндә һылтанма аша конкурсҡа ҽбәрҽлгән фото. Мәскәүҙән ялға ҡайтҡан һайын ейәнсәре Динә өндәшмәй генә ҡәртәсәһен фотоға төшөрөргә ярата торғайны.

Ошо фото конкурста әллә күпме тауыш йыя. “Фотография моей бабушки, которую я сделала этим летом, вышла в финал проекта The Best of Russia 2016! Ее выбрали почти из 10 000 фотографий в номинации "Люди. События. Жизнь". Ждем результатов закрытого голосования жюри!” - тип яҙғайны ул.

Ҡәртәсәһенең шул ваҡытта нисек шатланғанын күрһәгеҙ!.. Ҡарт көнөндә ейәнсәре ҡыуандырһын әле! “Аҡланмаған мейес эргәһендә мине фотоға төшөргәнһегеҙ, белгән булһам, мейесемде аҡлап төшөр инем... Бөтә донъяға Фәриҙә әбейҙең ҡап-ҡара, аҡланмаған мейесен күрһәттегеҙ инде... Мейесем аҡ булғанда төшөрмәй аны...”  - тип беҙҙе шелтәләп тә алды.

Ҡыҙғаныс, тик ҡәртәсәһе үлгәндән һуң ғына ошо фотоның Мәскәүҙәге ниндәйҙер күргәҙмәлә тороуын белдек".

Бына шулай. Интернетта осраһа, белегеҙ, Йылайырҙан тәмле икмәктәр бешергән Фәриҙә инәй Байсурина ул. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас