Йәмғиәт
18 Июль 2022, 10:45

198 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Йыл аҙағына тиклем ике миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.

198 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан198 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан
198 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәргән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов сығыш яһаны. Ул республикала торлаҡ төҙөлөшө тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, 1 июлгә 198 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ете миллионға яҡын граждан 1,23 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамынан файҙаланған. Йыл аҙағына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ике миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас