

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһы эшмәкәрлеге буйынса кәңәшмә үтте.
Андрей Назаров билдәләүенсә, федераль кимәлдә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса реформаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә дәүләт ярҙамы саралары комплексын төҙөү дауам итә. Бөгөн кредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялауҙы күҙ уңында тотҡан норматив база булдырылған. Ташламалы килешеүҙәр буйынса ваҡыт арауығы арттырыла. "Генераль йыйыштырыу" федераль проекты нигеҙендә ҡулланыу өсөн тыйылған полигондарҙы бөтөрөү планлаштырыла.
— Башҡортостанда реформаны тормошҡа ашырыу башланғанда өс меңдән ашыу полигон асыҡланған, шуларҙың яртыһынан күберәге бөгөнгә тиклем бөтөрөлгән. Был һан 1662-не тәшкил итә. Темп насар түгел. Әммә 2024 йылға бөтә полигондарҙы бөтөрөргә кәрәк. Беҙҙең төп бурыс – ғариза яҙыу кампанияһында максималь ҡатнашыу һәм федераль финанслау йәлеп итеү. Бында айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, — тине Андрей Назаров.
Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең әлеге хәле тураһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һөйләне.
— Һуңғы осорҙа республикала төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы сығарыу фотофиксацияһын 99 процент яҡтыртыуға өлгәште. 2022 йылдың ярты йыллығына республикала граждандар түләүҙәренең уртаса тупланмаһы 88,1 процент тәшкил итте, – тине Нияз Фазылов.
Ҡалдыҡтарҙы утилләштереүҙе төбәк операторҙары министрлыҡ раҫлаған графиктарға ярашлы башҡара, шул уҡ ваҡытта төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы утилләштереү, баҫылып сыҡҡан фотоһүрәттәрҙең норматив талаптарға тап килмәүе тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт урынлаштыра, тип билдәләне Нияз Фазылов. Хакимиәттәр яғынан иһә контейнер майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереү буйынса эштәрҙе көйләү йәһәтенән эш алып барылмай.
Шулай уҡ ултырышта социаль селтәрҙәрҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса кигән мөрәжәғәттәр, "Эко-Сити" төбәк операторы тәҡдим иткән инвестиция программаһы ҡаралды.
Андрей Назаров район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына ҡулланыуҙан сығарыуға тәҡдим ителгән полигондарҙың исемлеген төҙөү буйынса эште әүҙемләштерергә, экологтарға уларҙы бөтөрөү буйынса эштәрҙең тамамланыуы тураһында ваҡытында хәбәр итеүҙе тәьмин итергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.