Йәмғиәт
18 Июль 2022, 11:00

"Егеттәр үҙ бурысын үтәй"

Радий Хәбиров доброволецтар батальондарының ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

"Егеттәр үҙ бурысын үтәй""Егеттәр үҙ бурысын үтәй"
"Егеттәр үҙ бурысын үтәй"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә муниципалитеттарға доброволецтар батальондарының ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Мәғлүм булыуынса, Донбассҡа ебәрелергә тейешле доброволецтарҙың генерал Шайморатов исемендәге тәүге батальоны аҙна ярым ваҡыт элек хәрби әҙерлек үтә башлағайны, 14 июлдә Рәсәй Геройы, Өфөлә тыуып үҫкән Александр Доставалов исемендәге икенсе мотоуҡсылар батальоны хәрби әҙерлек үткән ергә юлланғайны.

“Һәр муниципалитет башлығы ошо батальондарға ингән һәр кешенең исем-шәрифен, ғаиләһенең хәлен белергә тейеш. Был егеттәр үҙ бурысын үтәй, Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Беҙ улар хаҡында ла хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Улар көрәштең алғы һыҙығында. Егеттәр алдында ихтирам менән баш эйәбеҙ, ҙур рәхмәт уларға”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: bashinform.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас