

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы төбәктә торлаҡ төҙөү буйынса һуңғы статистика мәғлүмәттәрен хәбәр итте.
Быйыл ғинуар-июндә Башҡортостанда 1,488 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, былтырғы ошо уҡ осорҙағы күләмгә ҡарата – 111 процент. “Рәсәй буйынса кимәл юғарыраҡ – 144 процент, Волга буйы федераль округы буйынса ла күрһәткес яҡшыраҡ, ошоға иғтибар итеү шарт”, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп 32 йәшлек Евгений Волковты тәғәйенләү тураһында телгә алды. “Район көслө, ҙур. Ҡеүәт етерлек, бөтә етәкселәр менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы, уңышлы эшмәкәрлек теләйем, һынатмағыҙ, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Евгений Волковҡа.
Республика Башлығы шулай уҡ муниципалитет етәкселәрен халыҡ өсөн йәмәғәт киңлектәрен күберәк асырға саҡырҙы.
“14 июлдә беҙ, ниһайәт, Сипайлово биҫтәһендә “Ҡоштар” скверын астыҡ. Ул шәп килеп сыҡты – иң мөһиме, балалар ҡәнәғәт. Биҫтәлә халыҡ күп йәшәй, ә ял урындарына ҡытлыҡ ине. Хәтерегеҙҙәлер, крокодил Гена тураһындағы йәнһүрәттә йән эйәләренә уйнарға урын булмай. Бына хәҙер кескәйҙәрҙең уйнарға үҙ урыны барлыҡҡа килде. Һәм бындай парктар, ял зоналары күберәк булырға тейеш”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Бынан тыш, Радий Хәбиров “Башҡортостан ихаталары” программаһының ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләне. Атап әйткәндә, ул Өфө хакимиәтенең эшен телгә алды. “Беҙ “Башҡортостан ихаталары”н ҡарап сыҡтыҡ, Өфөгә ҙур рәхмәт. Башҡа муниципалитеттар тураһында әйтә алмайым, әммә баш ҡалала ихата биләмәләренә ҡағылышлы ялыуҙар күрмәйем. Тик башлағанды ахырынаса еткерегеҙ”, – тине ул.
Төбәк етәксеһе Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтән "Ҡашҡаҙан" паркындағы күлдә һыу инеү мәсьәләһенең ҡасан хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Баш ҡала башлығы әйтеүенсә, техник мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡалған, эште июль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Фото: bashinform.ru/news