

Йәй - туйҙар осоро. Бәхетле йәштәр парланып, үҙ ғаиләһен ҡора. Ошо көндәрҙә Хәйбулла һылыуы Дилә Рәсембәтова менән Йылайыр батыры Әғләм Юлгилдин дә ғүмеренең ошондай матур байрамын билдәләне.
Төрлө яҡлап талантлы йәштәр Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында бергә белем алған, шундағы дуҫлыҡтары оло һөйөүгә әйләнгән. Икеһе лә "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Әғләм ҡурайҙа ла оҫта уйнай.
Был видеояҙмала - йәш кәләштең әхирәттәре менән туйҙағы сығышы. Ысынлап та, һоҡланғыс, матур күренеш бит!
Йәштәргә мөхәббәттәрен һаҡлап йәшәүҙәрен, бәхетле булыуҙарын теләйбеҙ.
Видеояҙма: Роза Рәсембәтова.