Йәмғиәт
18 Июль 2022, 14:00

Туристар күп килгән урындарҙа сүп-сарҙы кем йыйыр?

Хөкүмәт ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды.

Туристар күп килгән урындарҙа сүп-сарҙы кем йыйыр?Туристар күп килгән урындарҙа сүп-сарҙы кем йыйыр?
Туристар күп килгән урындарҙа сүп-сарҙы кем йыйыр?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә республика райондары, ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары менән аҙналыҡ ултырыш үтте. Кәңәшмәлә туристар туҡтаған ял урындарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу мәсьәләһе ҡаралды.

Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостанда экологик һәм туристик потенциал ҙур. Республика туристик баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана, сөнки ғаилә менән йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге булдырылған төбәктәрҙең береһе булып танылған. Был күпселек осраҡта беҙҙең туристик маршруттарҙың уңайлылығы, хәүефһеҙлеге менән бәйле.

— Республикала әүҙем туризм йүнәлештәре күп. Был йәйәүлеләр өсөн маршруттар, тау түбәләренә менеү, спелеотуризм, геопарктар туризмы, һыбай йөрөү маршруттары, автотуризм һәм джипинг, квадроцикл маршруттары һәм, әлбиттә, кәмәләрҙә ағып төшөү. Былтыр махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә килгәндәр һаны ғына яҡынса 330 мең кеше тәшкил иткән. Шуның менән бер үк ваҡытта туристар ағымын арттырыуҙан тыш, әүҙем туризм тәбиғи объекттарға антропоген йөктө арттырыуҙы күҙ уңында тотто. Ә бына туристар туҡталған урындарҙа сүп-сар йыйылыу, уны сығарыу мәсьәләһе киҫкен тора, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, төбәк туроператорҙары тормошҡа ашырған ойошҡан маршруттарҙа ял урындары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу контейнерҙары менән йыһазландырылған, санитар-техник туҡталҡалар ҡаралған, район хакимиәттәре тарафынан сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу ойошторолған. Әммә күпселек райондарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм сүп-сар контейнерҙарының етерлек булмауы менән бәйле проблемалар бар. Бынан тыш, ойошторолмаған маршруттар һалынған урындарҙа сүп-сарҙың күпләп йыйылыуы асыҡланған.

— Дөйөм оҙонлоғо 500 километрҙан ашыу араны тәшкил иткән һыу маршруттарында күҙәтеү ойошторҙоҡ. Архангел, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ҡыйғы, Салауат райондарында кәмәләрҙә һыуҙан ағып төшөү бик популяр. Үҙаллы маршрутҡа сыҡҡан туристар артынан сүп-сар күп ҡала, — ти Рөстәм Афзалов.

Бындай туҡталҡаларҙың юлдан алыҫ булыуы һәм махсус билдәләнгән урын юҡлығы сәбәпле, хәлде контролдә тотоу ауыр. Был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә район хакимиәттәре менән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм министрлығы араһында ведомство-ара килешеү төҙөргә, артабан хеҙмәттәшлектә эшләргә кәрәк. Әле Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы республиканың туристик маршруттарының ентекле исемлеген төҙөүҙе тамамлай, шул иҫәптән һәр туҡталҡаның инфраструктураһын анализлай, яҡын арала Хөкүмәткә ошо пункттарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы ойоштороу, контролдә тотоу буйынса тәҡдимдәр индерәсәк.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса Премьер-министр бер нисә күрһәтмә бирҙе.

— Район хакимиәттәре башлыҡтары менән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәренә туристар туҡтаған урындарҙы бергәләп билдәләргә тәҡдим итәм. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына муниципалитеттар менән берлектә туристик туҡталҡа, кемпинг өсөн бизнес-кейстар булдырырға кәрәк. Туристик туҡталҡаларҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә төбәк операторҙарын йәлеп итеп, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу юлдарын барларға, өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу, сүп-сарҙы йышыраҡ сығарыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушам, — тине Андрей Назаров.

Фото: gorobzor.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас