

Бөтә Рәсәйгә билдәле булып киткән Өфөнән урам һепереүсе Юрий Ветлугиндың тормошон нигеҙ итеп алып, нәфис фильм төшөрәсәктәр.
"Урам һепереүсе Юра" фильмының проекты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығында презентацияла күрһәтелгән. Был турала Кино-Театр.ру сайтында хәбәр ителә.
Проектты 36 йәшлек режиссер һәм сценарист Виталий Дудка тәҡдим иткән. Юра ролен актер Кирилл Кяро башҡарасаҡ тип күҙаллайҙар. Тағы бер сағыу герой фотограф Роман Филипповтың образын тыуҙырасаҡ. Нәҡ уның ярҙамында Юрийҙың, киң билдәлелек яулап, тормошоноң ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә шаһит булынғайны.
Кинопроектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә "Дудкафильм" компанияһы шөғөлләнә, был уларҙың тәүге тулы метражлы фильмы буласаҡ.
Фото: bashinform.ru