Йәмғиәт
19 Июль 2022, 18:25

Һамар өлкәһендә йәштәр форумы башлана

Ул нимәһе менән үҙенсәлекле булыр?

Һамар өлкәһендә йәштәр форумы башланаҺамар өлкәһендә йәштәр форумы башлана
Һамар өлкәһендә йәштәр форумы башлана

Волга буйы федераль округының "iВолга" йәштәр форумы асылыуға бер көн ҡалды.

Һамар өлкәһендә Мастрюков күлдәре биләмәһендә "iВолга" йәштәр форумы лагерының төп майҙансыҡтары ҡаралды. Форум дирекцияһы һәм профилле ведомство вәкилдәре ҙур йәштәр сараһының почетлы ҡунаҡтарын, ҡатнашыусыларын ҡабул итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Быйыл форумға рекордлы күләмдә ғаризалар тапшырылған – Рәсәйҙең 78 субъектынан 20 меңдән ашыу, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһынан ҡатнашыусылар бар.

Кәңәшмә барышында Йәштәр форумының программаһы, биләмәне төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек, медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре тикшерелде.

Фестиваль аҡланына инеү контроль-үтеү пункты аша башҡарыла. Әленән үк буйынан-буйына металл ҡойма ҡоролған. Форумда ҡатнашыусыларҙың тәртип һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген хоҡуҡ һаҡлау органдары, шулай уҡ шәхси һаҡ ойошмалары вәкилдәре тәьмин итәсәк.

Форум 21 июлдән 29-ына тиклем дауам итә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас