

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Унда һүҙ атаһының изге эшен дауам иткән лайыҡлы ул һәм “Атайсал” проекты тураһында бара.
“Атаһынан улына күскән кесе Ватанға мөхәббәт тураһында ҡыҙыҡлы тарих тураһында һөйләргә теләйем.
Башҡортостандың Федоровка районындағы ҙур булмаған Покровка ауылы. Бында 173 кеше йәшәй. Шулай уҡ бында билдәле совет һәм Рәсәй геофизигы, Мурманск өлкәһе ҡотопсолары ассоциацияһының экс-президенты Геннадий Семёнович Казанин тыуған.
Ул тыуған ауылын бер ҡасан да онотманы. Урындағы мәктәпте ремонтлауҙа, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ҡуйылған һәйкәлде төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтте. Яҡташ эшҡыуарҙарға ла булышлыҡ итте.
Геннадий Семёнович мәрхүм булғандан һуң уның эшен улы Алексей Казанин дауам итә.
Алексей Геннадьевич – “Диңгеҙ арктик геологоразведка экспедицияһы” компанияһының генераль директоры, иҡтисад фәндәре докторы һәм техник фәндәр кандидаты. Ул Мәскәү өлкәһендә тыуған, әммә атаһының тыуған төйәгенә оло хөрмәт менән ҡарай.
Бөгөнгө көндә Алексей Казанин – “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе. 2021 йылда уның тырышлығы менән Покровкала Алла Анаһы иконаһы хөрмәтенә “Хлебенная” ҡорамы барлыҡҡа килде. Сиркәүҙең диуарҙары ҡулдан биҙәлгән, ә төп ике икона Грециянан килтерелгән. 2022 йылдың июле башында ауылда изге урынды астылар.
Иҫегеҙгә төшөрәм: “Атайсал” проектын беҙ былтыр март айында республикабыҙ район-ҡалаларында тыуып үҫкән һәм кесе Ватанына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн булдырғайныҡ. Әлеге ваҡытта ataisal.ru порталында 10 меңгә яҡын ғариза бар, уларҙың 8,5 меңе – тормошҡа ашырылған проекттар. Меңгә яҡыны – эш өҫтөндә. Сайтта өс меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Улар араһында Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән меценаттар бар.
Иң күп ғаризалар – Ҡалтасы, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ҡыйғы, Салауат райондарынан. Ҡалалар араһында Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Ағиҙел алда бара.
Алексей Геннадьевич Казанинға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Бергәләп күп эштәр башҡара алабыҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/radiyhabirov