

"Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә береһенә - 85, икенсеһенә 90 йәш тулған оло парҙың юбилейҙары үткәне хаҡында хәбәр итә. Улар - Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәгән Әминә Сафа ҡыҙы Мәһәҙиева менән Уйылдан Муллахәлит улы Кәримов.
"Һаҡмар буйында ҡәйнәм менән Уйылдан ағайҙың юбилейҙарын үткәреп килдек. Береһенә - 85, икенсеһенә 90 тулды. Уйылдан ағай тиеүемә аптырамағыҙ, ауылдашым ул минең. Бәләкәйҙән шулай тип әйтеп өйрәнгәс, телемде үҙгәртә алманым.
Ҡәйнәмдең минең тыуған ауылыма "килен" булып төшөүенә лә 13 йылдан ашты. Аллаға шөкөр, бер-береһенә терәк булырға тырышып йәшәп ятыуҙары. Сибайҙа ҡышлайҙар, ауылда йәйләйҙәр. Әле балалар килеүгә тип ауылдағы өйҙәренең эсе-тышын буятҡандар, ҡойманы яңыртҡандар, усаҡлыҡтың иҙәнен алыштырғандар...
Шундай оло йәштә лә тормошто яратыу һәм йәшәү дәртеме был, әллә ишелеп килгән ҡайғыларҙы эш менән баҫырға тырышыумы?
Улар никахҡа ингәндә, ике яҡтан да бишәр бала бар ине, туғанлашып бөткәйнек. Һуңғы өс йыл эсендә генә икәүһенә биш баланы ерләргә тура килде. Ҡәйнәмдең Нияз менән Фаяз исемле улдары, Уйылдан ағайҙың Таһиры, Даяны һәм Яҙгөлө бер-бер артлы яҡты донъянан китте...
Ҡайғы һәм һағыш ҡатыш булды байрам..." - тип яҙҙы Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Юбилейҙарын билдәләгән оло йәштәге хөрмәтле замандаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: Рәшиҙә Мәһәҙиеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.