Йәмғиәт
19 Июль 2022, 10:38

“Үҙең яһаған ныҡ та, матур ҙа була”

Ҡул эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай

ғаилә альбомынан.ғаилә альбомынан.
Фото:ғаилә альбомынан.

Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Дамир Ураҙаевтың ағасты юнып-һырлап эшләгән һындары бер кемде лә битараф ҡалдырмай, үҙенең юғары художество кимәле менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Дамир Ураҙаев, нигеҙҙә, айыу, бөркөт һындары эшләүгә маһир. Уның ҡулдарында ябай ағас ороһо ла хәҙер көнкүрештә һирәк ҡулланылған һа­уыт-һабаға әйләнә. Көйәнтә, сәңгел­дәк, умарталар, ҡортсолоҡ өсөн кәрәк-яраҡ яһау, мейес сығарыу, тәҙрә, кәрниздәр биҙәү – оҫта өсөн күңел ятҡан ижад төрҙәре.

Дамир Уйылдан улы был һөнәр менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ мауыға башлаған. Тыуған яғының урмандарында йөрөргә ярата ул, шул саҡта ҡулына эләккән һәр ағас ботағын нимәгәлер оҡшатып юнып, төрлө һындар эшләргә ғәҙәтләнеп китә. Бер хеҙмәт дәресендә ағастан самолет эшләүҙәрен, иң яҡшы самолет уныҡы булыуын хәтерләй.

Дамир Уйылдан улының мәктәптән һуң уҡыуҙы дауам итергә теләге ҙур була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хыялы бойомға ашмай, тормош уның алдына етди һынауҙар ҡуя.

Биш йәшлек сағында ғына әсәһе вафат булғас, ул Өфөлә балалар йортонда тәрбиәләнә, аҙаҡ Ишем­байҙағы мәктәп-интернатта уҡый. Егеткә үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килә. Төҙөлөштә, урман хужалығында эшләй.

1987 йылда үҙ районының Исламбай һылыуы Рәмзилә менән ғаилә ҡороп, бергә тормош көтә башлайҙар. Ғаиләләренә йәм өҫтәп, ике балалары донъяға килә. Үҙ көстәре менән өй төҙөйҙәр. Ураҙаевтарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Бында оҫта йә­шәгән­леге тышынан уҡ беленеп тора: семәрләп эшләнгән кәрниздәр, тәҙрә ҡапҡастары, ҡойма өйҙәренә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә. Донъяға кәрәкле нәмәләрҙең барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләгән ғаилә баш­лығы. Өҫтәл, ултырғыс, диван, кресло, аш бүлмәһе гарнитурын да үҙе яһаған.

– Үҙең яһаған мебель ныҡ та, матур ҙа була. Элегерәк һандыҡ, ултыр­ғыс, өҫтәлдәргә заказ биреүсе­ләр бигерәк тә күп ине. Хәҙер башлыса сувенирҙар яһайым. Яратҡан эшем менән күберәк ҡышҡы оҙон төндәрҙә шөғөлләнәм, йәйгеһен ва­ҡыт етмәй – бесән-утын әҙерләргә кәрәк. Материалды ла йәйҙән үк хәстәрләп ҡуям, – ти оҫта.

Ишек алдында үҙенең ыҡсым ғына оҫтаханаһы ла бар уның. Дамир Ураҙаев ағасты юнып эшләгән суве­нирҙары менән республика кимәлен­дә уҙған Салауат йыйындарында, төрлө район һабантуйҙа­рында, Бал байрамдарында, йәрмин­кәләрҙә, республика-район күргәҙмә­ләрендә, былтыр Бөтә донъя фольк­лориадаһында ла ҡатнаша. Өҫтәүенә ир-уҙаман мейес сығарыу оҫтаһы булараҡ та бил­дәле. Уның ҡулдары менән районда 120-нән ашыу мейес сығарылған.

Башҡортостан Мәҙәниәт министр­лығы, Республика халыҡ ижады үҙәге Дамир Вилдан улына әүҙем ижади эшмәкәрлеге, халыҡ художество кәсептәрен үҫтереүҙә юғары ҡаҙа­ныш­тары өсөн “Халыҡ оҫтаһы” тигән маҡтаулы исем биргән.

Төрлө төбәктән килгән туристар, ҡу­наҡтар ул яһаған Бөрйән суве­нирҙарын иҫтәлеккә тип ихлас һатып ала. Күңелгә ял алырлыҡ шөғөлө булған кеше бәхетле булалыр.  Ул шөғөл, өҫтәүенә килем дә килтерһә, икеләтә яҡшы.

 

 

Р. РӘМИЛЕВА

Бөрйән районы.

Читайте нас