Йәмғиәт
19 Июль 2022, 18:15

Өфөлә етди үҙгәрештәр бара

Был баш ҡаланың 450 йыллығы менән бәйле.

Өфөлә етди үҙгәрештәр бараӨфөлә етди үҙгәрештәр бара
Өфөлә етди үҙгәрештәр бара

19 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң һәм төбәктең архитектура йөҙөнә ҡағылышлы һорауҙар буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда тармаҡтың әйҙәүсе белгестәре, республиканың проект ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

 Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы 2024 йылда төбәктең баш ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек барышындағы күләмле эштәр тураһында һөйләне.

"Пландар етди. Беҙ парктарҙы, йәмәғәт киңлектәрен, подъездарҙы, ихата биләмәләрен яңыртабыҙ, социаль объекттар төҙөйбөҙ һәм, әлбиттә, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙе дауам итәбеҙ, “Көньяҡ ҡапҡалар” проектын башлап торабыҙ, бик күп урамдарҙы реконструкциялайбыҙ. Ҡалала шулай уҡ эре социаль һәм спорт объекттары ла барлыҡҡа киләсәк – һуғыш ветерандарының республика госпитале, математика лицей-интернаты, Көрәш һарайы һәм башҡалар. Һеҙ, хөрмәтле коллегалар, был эштә беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ.

Радий Хәбиров шулай уҡ республикабыҙ баш ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк мәҙәни-белем биреү учреждениелары концепцияһы тураһында ла һөйләне. Улар иҫәбендә – донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара кампусы һәм Евразия китапханаһы.

Башҡортостандың  Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе Илдар Йәһүҙин коллегалары исеменән Радий Хәбировҡа көнүҙәк һорауҙар һәм тәҡдимдәр тикшереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. "Һуңғы ике йылда Башҡортостанда етди үҙгәрештәр бара, шул иҫәптән тораҡ пункттарҙың архитектура йөҙөндә лә. Беҙ ихлас күңелдән был эштә ҡатнашырға һәм тыуған республикабыҙға файҙа килтерергә теләйбеҙ", - тине ул.

Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында архитектура берләшмәһе вәкилдәре менән йышыраҡ осрашыуҙар уҙғарырға, ҡыҙыҡлы проекттарҙы, башланғыстарҙы тикшерергә тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас