Йәмғиәт
19 Июль 2022, 10:30

Хеҙмәт династиялары конкурсы ойошторола

Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә ошоға бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Хеҙмәт династиялары конкурсы ойошторолаХеҙмәт династиялары конкурсы ойошторола
Хеҙмәт династиялары конкурсы ойошторола

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге Хөкүмәте кәңәшмәһендә “Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт династиялары” конкурсын үткәреү менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Андрей Назаровтың әйтеүенсә, республика Башлығы указына ярашлы, әле Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы бара. Ошоноң менән бәйле тәү сиратта һөнәри белем биреүҙе яңыртыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған.

"Әле колледждарҙың уҡыу-етештереү базаһы яңыртылыуы дауам итә. Быйыл алты белем биреү ойошмаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 12 оҫтахана ойошторола. Хеҙмәт династиялары – һайланған һөнәргә хөрмәтле ҡараш, йолаларҙы һаҡлау һәм уларҙың күсәгилешлелеге миҫалы ул. 2019 йылда үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт йылъяҙмаһы” конкурсы уңышлы булды, төбәктең хеҙмәт ғаиләләренә бай икәнлеген күрһәтте. Ул ваҡытта сарала 16 муниципаль берәмектән һәм биш һөнәри эшмәкәрлек өлкәһенән 36 династия ҡатнашты. Быйыл был конкурсты һөнәри эшмәкәрлектең күберәк өлкәләрен йәлеп итеп үткәреү планлаштырыла", - тине Премьер-министр, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова конкурсты үткәреү проекты менән таныштырҙы. Ул бөгөн хеҙмәт династияларының, хеҙмәт кешеһе абруйының тергеҙелеүе, шуға хеҙмәт йолаларын һаҡлау, арттырыу мөһимлеге хаҡында белдерҙе.

- Хеҙмәт династияһы – һәр предприятиеның, тармаҡтың, төбәктең, тотош илдең таянысы, ғорурлығы. Ғаилә ҡатнашлығынан тыш, хеҙмәткә хөрмәтте барлыҡҡа килтереү мөмкин түгеллеге – конкурсты үткәреүҙең көнүҙәклеге. Балаға ата-әсәһенең, өләсәй-олатайының, башҡа туғандарының өлгөһө күрһәтелһә, хеҙмәткә хөрмәт тә тәбиғи рәүештә тәрбиәләнә, - тине Ленара Иванова.

Күрһәтелгән проектҡа ярашлы, ағымдағы йылда һөнәри эшмкәрлек өлкәләре киңәйтеләсәк. Конкурс 12 тармаҡ буйынса һайлау этабын үткәреүҙе күҙаллай. Еңеүселәр финалда өс номинация буйынса ҡатнашасаҡ. Уларҙы һәм финал этабында призлы урындар яулағандарҙы бүләкләү Республика көнөнә арналған тантаналы сарала үткәрелер тип планлаштырыла.

Андрей Назаров күрһәтелгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары проектын хупланы.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас