Йәмғиәт
19 Июля 2022, 10:24

“Һис уйламаған шөғөлгә тотондоҡ”

Көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәйҙәр.

Резеда ШәңгәрәеваРезеда Шәңгәрәева
Фото:Резеда Шәңгәрәева

Ҡышлау-Йылға мәктәбендә ойошторолған балаларҙың көндөҙгө ял лагерында үҙ эшенең оҫталары, тәрбиәселәр, ашнаҡсылар менән яҡындан танышырға, хәлдәрен һорашырға насип булды. Мәктәп директоры Земфира Суфиярова әйтеүенсә, балалар ял итергә ҙур теләк менән йөрөй, сөнки тәбиғәт шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бында уларҙы мауыҡтырғыс саралар көтә. “Лагерҙың алыштырғыһыҙ начальнигы Эльза Ришат ҡыҙының хеҙмәтен  айырыуса баһалағы килә, – тип Земфира Рауил ҡыҙы һәр эштә үҙенең “уң ҡулы” булған етәксене маҡтап телгә алды. – Рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр биреүҙән тыш, ирекмәндәр хәрәкәтен, “Тимур командаһы”н оҫта ойоштороусы, тарихи-эҙләнеү эштәре менән республика проекттарында ҡатнашыусы ла ул. Йәш уҡытыусының хеҙмәте Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Почет грамотаһы менән билдәләнде”.

Ғәлиевтәрҙең берҙәм, булдыҡлы, үҙенсәлекле ғаилә икәнен дә һөйләшеү барышында белдек. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмай, уларҙың шәхси хужалығы менән танышырға булдыҡ. Ғаилә башлығы Илмир Вәғиз улы 2013 йылда умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Был мәшәҡәт кенә уға аҙ тойола, ауылда тағы ла ниндәйҙер күңеленә ятҡан эш менән булышҡыһы килә. Ҡатыны Эльза менән кәңәшләшә. Икәүләп интернет селтәрендә ҡаҙына торғас, 2016 йылда бер ҡарарға киләләр: әлегә асҡындар өсөн бөтөнләй ят булған шөғөлгә – бүҙәнә үҫтереүгә тотонмаҡсы итәләр.

– Бүҙәнә йомортҡаһының файҙалы булыуын белә инек. Башта Пермь крайына барып, 100 йомортҡа һатып алдыҡ. Үҙем иҫке һыуытҡыстан, интернеттан өйрәнеп, инкубатор эшләп алғайным. Терморегулятор ҡуйҙым. Унда бер юлы 1200 йомортҡа һыя. Тәүҙә алған 100 йомортҡанан 80 бүҙәнә себеше сыҡты. Бик ҡыҙыҡ ҡош булып сыҡты ул, 45 көнлөк булғас та, үҙҙәре йомортҡа һала башлай – көн һайын берәүҙе. Тик ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа икән – ике йыл ғына. Ҡош үҙе баҫмай, себештәрен инкубаторҙа сығарырға кәрәк, бары 17 көн етә, – тип тәүге эш көндәрен иҫкә алды Илмир.

– Ул ҡәҙәре себеште ҡарауы ауырҙыр ул?

– Мин үҙем дә тәүҙәрәк шулай уйлағайным, әммә әллә ни ҡыйынлығы юҡ. Бүҙәнәнең тән температураһы 42 градус, шуға күрә улар сирләмәй ҙә. Көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ, һыу бирәбеҙ. Йорт шарттарында ҡош үрсетеү – табышлы шөғөл, себештәр тиҙ үҫә, йомортҡанан сығыу менән ашай башлайҙар. Иң мөһиме – улар өсөн тейешле температуралы, яҡты, таҙалыҡ һаҡланған ситлектәр, сифатлы аҙыҡ кәрәк. Үтә һуҡҡан елде, туҙанлы, шаулы урынды үҙһенмәйҙәр. Улар ҙа кеше кеүек стресс кисерә. Башҡа ҡош-ҡорт менән сағыштырғанда, елгә ныҡ һиҙгерҙәр, шул арҡала ҡауыры­й­ҙары ҡойолоуы, продуктлылығы кәмеүе ихтимал. Бүҙәнә үҫтереү – бик мауыҡтырғыс эш. Ниһайәт, яратҡан шөғөлөмдө таптым, тип әйтә алам. Көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәйем, эшкә башкөллө сумам да кискә тиклем күҙ уңынан юғалам.

– Матурлыҡ өсөн бер пар фазан да алдыҡ, оҙаҡламай улар янына йәйғор төҫөндәге тауистар ҙа өҫтәләсәк, – ти йорт хужабикәһе.

– Ә умарталыҡтағы илле күсте ҡарарға өлгөрәһегеҙме һуң?

– Әлегә ҡулдан килә. Умарталарҙы үҙем эшләйем, серҙәрен беләм. 24,5 сутый ерҙе ҡуртымға алдыҡ, әле шунда таҡта ярыу ҡулайламаһы эшләү менән мәшғүлмен, аҙаҡ бүҙәнә үрсетәсәкбеҙ. Был майҙанда алты меңгә яҡын ҡошто ҡарау өсөн мөмкинлек буласаҡ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ асыу уйы менән йәшәйем.

– Илмир, һинең булдыҡлы егет, уңған хужа икәнлегеңде йорт-ҡураңа аяҡ баҫыу менән аңланыҡ, ҡулыңдан килмәгән һөнәрең, башҡармаған эшең юҡ. Тик Асҡын меңәрләгән  кеше йәшәгән ҡала түгел, был ҡәҙәре көс түгеп үҫтергән тәмле лә, файҙалы ла бүҙәнә йомортҡаларын һатыуҙы ойоштороп булырмы?

– Беҙ был мәсьәләне лә алдан күҙалланыҡ. Сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, төрлө микроэлементтарға, протеиндарға бай, туҡлыҡлы йомортҡаға ижтыяж ифрат ҙур хәҙер. Һаулығын хәстәрләгән һәр кем тәбиғи аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирергә тырыша. Ул донъяның бөтә кухняларында “абруйлы”. Тауыҡ йомортҡаһы менән сағыштырғанда, унда В1 һәм В2 витаминдары бер нисә тапҡырға күберәк. Тимер, фосфор, селенға бай, шулай уҡ “файҙалы” холестерин тупланған. Уны юҡҡа ғына диетик аҙыҡ тип атамайҙар, – ти Илмир Вә­ғиз улы. – Йомортҡалар тәмле лә, файҙалы ла булһын өсөн ҡоштарға сифатлы аҙыҡ ҡына бирәбеҙ, әлегә уны Пермь крайынан килтерергә тура килә. Минеңсә, бындай туҡлыҡлы, тәмле ризыҡтан ауыҙ итергә, сәләмәтлеген нығытырға теләгәндәр артасаҡ ҡына.

Ҡышлау-Йылғаның егәрле, тынғыһыҙ ғаиләһенә уңыштар теләйһе генә ҡала.

 

Динә Арыҫланова

Читайте нас