

Уҙған ялда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тыуған ауылында – Күгәрсен районының Ҡалмаҡ ауылында туғандарын ҡунаҡҡа йыйған.
"Был йорт нигеҙе ҡарт олатайым Зәйнетдин Байғусҡаровтыҡы, унда олатайым Саҙретдин тыуған, билдәле мулла. Оҙаҡ йылдар бында емерек өй торҙо, ҡый үләне һәм ҡыуаҡтар баҫҡас, эргәһенә барырлыҡ түгел ине. Өс йыл элек был урынды беҙҙең нәҫелгә ҡағылышы булмаған “хужаһы”нан һатып алдым һәм йорт төҙөй башланым. Ауылда йәшәгән бер туған Әнүәр ағайым ярҙам итте. Бер юлы ауылды ла төҙөкләндереүгә тотондоҡ, юлды, зыяратты рәткә килтерҙек. Айына бер тапҡыр ғаиләбеҙ менән тыуған ауылыма киләбеҙ һәм иртәнән кискә тиклем эшләйбеҙ", – тип яҙҙы Зариф Закир улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Депутат белдереүенсә, туғандар осрашыуы бик йылы мөхиттә үткән. “Ҡайһы бер һеңле-ҡустылар бер-береһен белмәгән. Хәҙер инде танышҡас, йыл һайын осрашып торорға килештек. Балаларҙың бер-береһен белеүе, аралашыуы мөһим. Элек ауылдарҙа бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөү йолаһы булды, һәм беҙ, балалар, ошоға бәйле туғандарыбыҙҙы белеп үҫтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер был матур йола онотола барғандай.
Беҙ ата-бабаларыбыҙҙы ун быуынға тиклем беләбеҙ, улар тураһында йәштәргә һөйләнек. Һеҙ фотола күргән ир-егеттәрҙең яртыһынан күбеһе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер өлөшө - илебеҙ Хәрби көстәренең кадрҙағы офицерҙары. Был беҙҙең нәҫелгә хас күренеш.
Йәкшәмбе ауыл эргәһендәге урманға сығып ер еләге, ҡурай еләге, мәтрүшкә йыйҙыҡ. Минеңсә, был иң яҡшы ял - үҙең тыуған һәм ата-балаларың йәшәгән ерҙә эшләү. Барығыҙға ла уңышлы эш аҙнаһы теләйем!” – тип яҙҙы депутат.
Фото Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.