Йәмғиәт
19 Июль 2022, 10:39

Ҡул эштәре оҫтаһының бәхет сере

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ваҡыт алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ  әйләнеп ҡарарға, элекке шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, кейеҙ баҫыу, селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү яңы һулыш ала. Күптәр ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты, оҫталығын рәхәтләнеп башҡалар менән дә уртаҡлаша.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән Әсмә Мәсәғүтова – сигеү-тегеүгә ифрат маһир гүзәл заттарҙың береһе. Уның иҫ киткес матур сигеүҙәре, япмалары, сергетыштары, ҡорама юрғандары, нағышланған ҡашмау-түшелдеректәре – һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған.

Оҫтабикә Мораҙым ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Әсәһе лә ҡул эшенә маһир була.

– Бигерәк тә тирүгә һуғырға ярата ине, мин уға еп оҙатышып ярҙам итә инем, сергетыштар ҙа эшләне. Урындыҡҡа матур итеп йәйеп һалып ҡуя инек тирүгәләрҙе. Күршелә генә Нәзирә исемле еңгә йәшәне, ул оҫта итеп ҡулъяулыҡтар сигә ине, унан да күп нәмәгә  өйрәндем, юбкамдың итәген матур итеп сигеп кейеп йөрөгәнем бөгөнгөләй хәтеремдә, – тип иҫләй бала сағын әңгәмәсем.

Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғас, Байназарҙа интернатта йәшәп белем алыуын дауам итә Әсмә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, ҡыҙҙарҙы ферма йәйләүенә эшкә ебәрәләр. Шул ваҡытта ла ҡул эшенән айырылмай тырыш ҡыҙ – селтәр бәйләй.

– Карауатҡа ябыр өсөн ситса тауарҙың ситенә селтәр бәйләргә оҫтарып алдым. Хатта береһен һатып алдылар, ул ваҡытта биш һум һәйбәт кенә килем ине. Үҙем эшләп тапҡан тәүге аҡсама ҡул сәғәте һатып алғас, ҡыуаныстан түбәм күккә тейгәндәй булды, ҡул эшенә тағы ла дәртләнеберәк тотондом, – тип хәтирәләргә бирелде Әсмә апай.

Урта белем тураһында аттестат алғас, Әсмә тиҫтер ҡыҙҙары менән Белорет училищеһына тегенсе һөнәренә уҡырға инә. Әммә ҡаланы үҙһенмәй, ауылға ҡайтып китә.

– Төпкөл генә ауылда тыуып үҫеп, ҙур ҡалаға килгәс, яңы, таныш булмаған мөхиттә юғалып ҡалғандай булдым. Ауылға ҡайтып, фермаға һауынсы булып урынлаштым, – тип хәтер ебен һүтә әңгәмәсем.

Шул һөнәренә һәм тыуған яғына ғүмерлеккә тоғро ҡала Әсмә Далха ҡыҙы.

1972 йылда Ҡыпсаҡ бөркөтө Булат Ҡотлоғәләм улы менән  ғаилә ҡороп, ауылда төпләнәләр. Үҙ ҡулдары менән йорт һалып сығалар. Татыу ғаиләгә бәхет-ҡыуаныс өҫтәп, биш бала донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 46 ғына йәшендә ҡаты сирҙән вафат була.

– Татыу йәшәнек, тормош иптәшемдән бер ауыр һүҙ ишетмәнем. Ғаиләлә ирҙәр эше йә ҡатын-ҡыҙ хәстәре тип айырып торманыҡ, бөтәһен бергәләп атҡарҙыҡ. Балаларым булмаһа, бындай ҡайғыларҙы күтәрә алмаҫ инем, – тип көрһөнөп ҡуйҙы әңгәмәсем.

Нисек кенә ҡыйын тойолмаһын, көслө рухлы ҡатын артабан да балаларына таяныс-терәк булып йәшәргә көс таба.

– Аллаға шөкөр, биш балабыҙ ҙа башлы-күҙле хәҙер. Миләүшә менән Гүзәл ҡыҙҙарыбыҙ Ҡыпсаҡта төпләнде, Әминә менән Әнүзәбеҙ Мәһәҙей ауылында ғүмер кисерә, ә улыбыҙ ғаиләһе менән район үҙәгендә йәшәй. Бөгөн минең һигеҙ ейән-ейәнсәрем, өс бүлә-бүләсәрем бар. Хоҙай һау-сәләмәт ғүмер, аҡыл-тәүфиҡ бирһен инде, – ти Әсмә Далха ҡыҙы.

Уңған гүзәл затҡа хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй вазифалары йөкмәтелһә лә, ул үҙенең яратҡан шөғөлө өсөн һәр саҡ ваҡыт таба. Дәрт булғас, һәр нәмә үҙ ваҡыты менән күҙаллап ҡуйылған.

– Ҡул эше мине тынысландыра, уйҙарымды йәшлеккә алып китә, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, – ти Әсмә Далха ҡыҙы.

Һуңғы йылдарҙа оҫтабикә селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдеректәр эшләй. Төрлө төҫтәге сәйләндәрҙән, тәңкәләрҙән теҙелгән әйберҙәр күҙҙең яуын алып тора. Туҡыма, атлас таҫмалар, мәрйендәр – быларҙың барыһын да файҙалана оҫта. Төндәр буйы ултырып, күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын ҡушҡан ҡул эштәре аҡрынлап сағыу биҙәүестәргә әүерелә.

– Эш өсөн материалды район үҙәгенән, Өфөнән алдыртам, балаларым берәй ҡалаға барһа, миңә сәйлән алып ҡайтып бирә. Биҙәктәрҙе үҙем уйлап теҙәм, интернет-фәләндән эҙләнмәйем. Тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренә ул, ә ысынбарлыҡта бик мауыҡтырғыс шөғөл. Ижад менән булыу мине тынысландыра, шулай уҡ бармаҡтарға массаж да. Күҙҙәргә көсөргәнеш булмаһын өсөн, оҙаҡ ултырмаҫҡа тырышам, – ти оҫта.

Әсмә Далха ҡыҙы мул итеп баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Ауылдың йәмәғәт тормошо уртаһында ла ҡайнап йәшәй – ағинәйҙәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе. Ауылдың “Үҙән” фольклор ансамбле ағзаларына матур итеп алъяпҡыстар сигеп бирергә лә өлгөргән ул. Күптән түгел Әбйәлил районында ойошторолған ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәренә барып килгән.

– Республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡорама ҡорау техникаһына өйрәттек. Үҙем өсөн дә күп яңылыҡ астым. Шундай осрашыуҙар ҡул эше оҫталарына ла бик мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, алға китеп булмай, камиллашыу өсөн даими рәүештә алдынғы тәжрибәне өйрәнергә һәм ҡулланырға кәрәк, – ти оҫта.

Ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәренә лә белгәндәрен өйрәтергә ваҡыт таба уңған ҡатын.

– Ҡыҙҙарымдың барыһы ла бәләкәй саҡтарынан ҡул эшенә оҫта булды, үҙҙәренә кейем бәйләп кейерҙәр ине. Лилиә ейәнсәрем – хәҙер үҙе әсәй, ул да ырғаҡ менән бәйләргә ярата, – тип шатлана Әсмә Далха ҡыҙы.

Бына шулай яратҡан шөғөлөнән йәм табып, оҫталыҡ серҙәрен уртаҡлашып йәшәй Ҡыпсаҡтың алтын ҡуллы уңғаны, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, элекке кәсептәр тергеҙелә, танылыу ала.

 

 

Римма СОЛТАНОВА

Бөрйән районы.

Читайте нас