

Бөгөн Мәләүез районына юлланыуыбыҙҙың бер сәбәбе "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып, бүләк отҡан дуҫтарыбыҙҙы ла күреү ине. Быға тиклем юл төшмәйерәк торһа, ниһайәт, Эткөсөк ауылында йәшәгән Минзәлә менән Тамир Сангишевтарға күптән вәғәҙәгән ҡан баҫымын үлсәү ҡулайламаһын тапшырып ҡуйҙыҡ.
Гәзитебеҙҙе электән алдырған был ғаилә әлеге ярты йыллыҡҡа ла күптән яҙылып ҡуйған. “Башҡортостан"дағы мәҡәләләр аша беҙ барлыҡ ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгән һымаҡбыҙ”, - ти улар. Нәҫелдәренең, тыуған ауылдарының тарихына битараф булмауҙары һөйөндөрҙө. Минзилә Халиҡ ҡыҙы килен булып төшкән Эткөсөк һәм тыуып үҫкән Аҡназар ауылдарының тарихын ентекле өйрәнеп, китап итеп баҫтырған.
Шулай уҡ районға сәфәребеҙ барышында яланда сенаж әҙерләгән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, йәшелсәселек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар менән таныштыҡ, балалар һауыҡтырыу лагерында булып, уҡыусыларҙың кәйефен белдек, мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын күрҙек. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында гәзит биттәрендә мәҡәләләр донъя күрер.
Автор фотолары.