

Йәйҙең иң эҫе айы, көндәр матур, ҡояш ҡыҙҙыра. Әммә тышта оҙаҡ йөрөүҙең башҡа эҫе тейеүгә килтереүе ихтимал.
Ҡояш һуҡҡанда йыш ҡына шундай билдәләр күҙәтелә: баш әйләнә, түҙгеһеҙ итеп баш ауырта, тән температураһы күтәрелә, уҡшытыуы, ҡоҫтороуы ихтимал, күҙ алдары ҡараңғылана, танау ҡанауы мөмкин, йөрәк тибеше йышая, һауа етмәй башлай. Башына эҫе тейгән кешегә ваҡытында дөрөҫ ярҙам күрһәтергә кәрәк, ти табиптар. Иң тәүҙә кешене күләгәле, һалҡынса урынға күсереп һалырға кәрәк. Ҡыҫып торған кейеменең төймәләрен ысҡындырығыҙ. Башына һалҡын компресс һалығыҙ. Шуныһы мөһим: тәнде кинәт һыуытырға ла ярамағанлыҡты онотмағыҙ, шуға ла һыуыҡ һыуға сумдырыу тыйыла. Күп итеп һыу эсерергә кәрәк. Нишатыр спиртлы мамыҡ еҫкәтергә мөмкин. Кешенең торошона ҡарап, табип саҡыртығыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!
Фото: pixabay.com