

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Волга буйы федераль округының "iВолга-2022" йәштәр форумы Һамар өлкәһендә 21-29 июлдә үтәсәк. Быйыл йыйындың ун йыллығы билдәләнә.
Сарала Волга буйы федераль округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән 2000-гә яҡын йәш кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостан делегацияһы 110 кешенән тора.
"Беҙҙең йәштәр “iВолга”ла йыл һайын ҡатнаша. Йәйге форум кампанияһына әҙерлек йыл дауамында алып барыла. Проект авторҙары өсөн Йәштәр проекты офисы нигеҙендә консультациялар үткәрәбеҙ, яңы форматтар индерәбеҙ", — ти Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Уның һүҙҙәренсә, быйыл ғаризалар әҙерләү һәм "iВолга"ла Башҡортостан майҙансығын брендлау буйынса эштәр әүҙемләштерелгән.
Быйылғы форумдың темаһы – "Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге". Ҡатнашыусылар тренинг дәрестәре, фәнни-ғәмәли конференциялар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө йүнәлештәр буйынса асыҡ ярыштар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, күргәҙмәләр, фестивалдәр, акциялар, башланғыстар йәрминкәләре, турнирҙар, төрлө кимәлдәге эксперттар менән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, мәҙәни-ял, спорт һәм туристик-тыуған яҡты өйрәнеү программалары буйынса шөғөлләнәсәк.
Форумда йәш проект авторҙары йәштәр проекттары конкурстарында гранттар алыу форсатына эйә буласаҡ. Быйыл уларҙың төрө икәү: округ буйынса һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге. Еңеүселәр ярайһы ҙур суммалыҡ грант ярҙамы ала аласаҡ.
2021 йылда "iВолга" онлайн тәртиптә үтте. Башҡортостан йәштәренең социаль йүнәлешле алты проекты, дөйөм алғанда, 1 115 мең һумлыҡ грант ярҙамы алды.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.