Йәмғиәт
20 Июля 2022, 16:00

“Быларҙың барыһын да кешеләр өсөн эшләйбеҙ”

Радий Хәбиров: "Ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәр үҙҙәрендә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы бөтөнләй тыйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә башланы".

“Быларҙың барыһын да кешеләр өсөн эшләйбеҙ”“Быларҙың барыһын да кешеләр өсөн эшләйбеҙ”
“Быларҙың барыһын да кешеләр өсөн эшләйбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә алкоголь һатыуҙы көйләү һәм легаль булмаған алкоголгә ҡаршы көрәш тураһында яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Алкоголь һатыуҙы көйләү һәм легаль булмаған алкоголгә ҡаршы көрәш – бик сетерекле мәсьәлә, тип әйтер инем. Мине йыш тәнҡитләйҙәр: бер яҡтан – эшҡыуарҙар, икенсе яҡтан – ҡайһы бер кешеләр, сөнки беҙ алкоголь һатыуҙы артыҡ ҡаты тотабыҙ. Мәҫәлән, һабантуй көндәрендә, Йәштәр көнөндә һатыуҙы тыябыҙ, Яңы йыл байрамдарында айырым һатыу режимы индерелде. Әммә Аллаһ Тәғәлә күреп тора: быларҙың барыһын да кешеләр өсөн эшләйбеҙ.

Законһыҙ алкоголь продукцияһына ҡаршы көрәш – эшмәкәрлегемдең тәүге көнөнән алып иғтибар үҙәгендә. Беҙ барыбыҙ ҙа сифатһыҙ алкоголь ҡулланып, бик күп кешеләрҙең ағыуланып үлеүенә шаһит булдыҡ. Ә ауылдарҙа ҡайһы берәүҙәр, оялмайынса, күршеләренә алкоголле буръяҡ һыу һата.

Дүртенсе йыл ошоға ҡаршы көрәшәбеҙ. Күренерлек һөҙөмтәләр ҙә бар. Әгәр 2018 йылда 211 кеше алкоголдән вафат булһа, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса – 57, йәғни дүрт тапҡырға тиерлек аҙыраҡ. Ә күпме ғаиләне һаҡлап алып ҡалдыҡ! Күпме бала тулы ғаиләлә үҫеү, айыҡ атайҙар менән ваҡыт уҙғарыу, улар менән футбол уйнау, киноға барыу, бергә дәрес әҙерләү мөмкинлегенә эйә булды.

Тап шуға күрә беҙ “Айыҡ ауыл” проектын башлап ебәрҙек. Унда республиканың бөтә райондары, хатта иң бәләкәй тораҡ пункттары ҡатнаша. Конкурс уҙғарылған өс йыл эсендә 150 ауыл муниципаль этапта еңеүсе булды, республика этабында – 27. Республикала бик күп кешеләрҙең айыҡ тормошто һайлауы – спорт менән шөғөлләнеүе, фестивалдәр һәм ярыштар үткәреүе, онотолған һөнәрҙәрҙе тергеҙеүе, балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнеүе, байрамдар ойоштороуы ҡыуандыра. Бынан тыш, ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәр үҙҙәрендә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы бөтөнләй тыйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә башланы.

Артабан эшләйбеҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/radiyhabirov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас