

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Быйыл Башҡортостанда Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.
Колледждарҙың уҡытыу-етештереү базаларын яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Быйыл республиканың алты белем биреү ойошмаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 12 оҫтахана төҙөлә. Бынан тыш, Рәсәй Хөкүмәте колледждарҙа йәки юғары уҡыу йорттары составына ингән мәктәптәрҙә эшләгән класс етәкселәренә түләүҙәр өсөн төбәктәргә 680 миллион һум бүлә; ай һайын биш мең һум аҡса түләнә. Был ғәҙел – уҡытыусылар үҙ көсөн, күңелен үҫеп килгән быуынға һала. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына был мәсьәләне ентекле өйрәнергә, башланғысты тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға ҡуштым.
Традицияларҙы һаҡлау, күсәгилешлек, һайлаған һөнәребеҙгә ихтирамлы мөнәсәбәт өлгөһө булараҡ, республикабыҙҙа хеҙмәт династияларын айырым билдәләнек. Ундайҙар байтаҡ: 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт йылъяҙмаһы” конкурсында биш һөнәри эшмәкәрлек тармағы буйынса 16 муниципаль берәмектән 36 династия ҡатнашты.
Быйыл конкурсты тағы ла киңерәк ҡолас менән үткәрәсәкбеҙ - агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт, сауҙа һәм башҡа тармаҡтар өҫтәлә.
Еңеүселәр киләһе өс номинация буйынса билдәләнәсәк: “Һөҙөмтәле эш өсөн”, “Быуындар күсәгилешлеге өсөн”, “Оло династия”.
Финанс бүләкләү ҡаралған, һөҙөмтәләрҙе Республика көнөн байрам иткәндә иғлан итәбеҙ. Унда теләге булған һәр ғаилә ҡатнаша ала – ҡушылығыҙ! Ғаризаны түбәндәге адрес буйынса бирергә мөмкин: 8 (347) 218-06-55 телефоны буйынса республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итергә йәки электрон почтаға яҙырға: Agafonova.AR@bashkortostan.ru.
Һеҙ ғаиләлә хеҙмәт традицияларын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән лайыҡлы өлгө була алаһығыҙ!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/agnazarov