

Һамар өлкәһендә 21 - 29 июлдә ҡәҙәр Волга буйы федераль округының "iВолга-2022" йәштәр форумы үтә. 14 һәм унан өлкән йәштәге һәр кем сараның белем биреү, мәҙәни-күңел асыу программалары тамашасыһы була ала.
Бының өсөн 27 июлгә тиклем форумдың рәсми сайтында – https://ivolgaforum.ru – теркәлергә, "Теркәлеү (Регистрация)" төймәһенә баҫырға һәм ҡыҫҡа форманы тултырырға кәрәк.
Волга буйы федераль округының йәштәр форумы Һамар өлкәһендә 2013 йылдан алып Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров булышлығында үтә. Ойоштороусы — Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ. Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров ижади йәштәргә ярҙам итеүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
Форумдың белем биреү программаһы дүрт сессиянан тора.
Ҡатнашыусылар көн һайын үҙенә кәрәк тип тапҡан икенсе төрлө майҙанды һайлай ала. Белем биреү өлөшөнән һуң мәҙәни-күңел асыу программалары ла ойошторола.
Сығанаҡ: ivolgaforum.ru