

Ырымбур өлкәһенең төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан Красногвардейский районы үҙәге – Плешаново. Башҡорттар уны Пләшән тип йөрөтә.
Милләттәштәребеҙ тупланып йәшәгән иң ҙур ауылдар - Бәхтийәр, Иҫке Юлдаш, Ҡаръяу, Кесе Юлдаш, Пролетарка, Түбәнге Ильяс, Үрге Ильяс, Юлтый, Яйыҡ, Яңы Юлдаш һ.б. Был төйәктә Мөхәмәтша Буранғолов сәсән, шағир Сөләймән Муллабаев, яҙыусы Дауыт Юлтый һәм башҡа шәхестәр тыуған.
Райондың юбилейы һабантуйҙай гөрләп торҙо. Башҡорт, ҡаҙаҡ тирмәләре боронғоса, бай итеп биҙәлгән. Ҡунаҡсыл хужалары түргә саҡырып, милли ризыҡтар менән һыйлай. Рус, немец, украин, татар халыҡтары мәҙәниәтен сағылдырған зауыҡлы мөйөштәрҙә лә һыйҙан һығылған өҫтәлдәрҙән күҙ ҡамаша, милли кейемдәге ҡыҙҙар-егеттәр халыҡ кәсептәрен күрһәтә. Һәр тарафта төрлө-төрлө йыр-моң. Йыр-моң төрлө булһа ла, һәр милләт вәкиленең йөҙө ихлас балҡый. Сөнки улар - бер татыу ғаиләнең балалары.
Оло йыйынға Баймаҡ районынан, Мәләүез ҡалаһынан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Ырымбурҙар менән улар күптәнге дуҫтар, бер-береһенән йыраҡ йәшәһәләр ҙә, ҡунаҡҡа барышып, рухи күперҙәрҙе йылдан-йыл нығыта баралар.
Красногвардейский районы халҡын юбилей менән Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер, ауыл хужалығы министры Сергей Балыкин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Думаһы депутаты Олег Димов, район хакимиәте башлығы Юрий Классен тәбрикләне. "Красногвардейский - аграр район. Йәш район. Уның киләсәге өмөтлө. Беҙгә бөтә шарттар тыуҙырып, йәштәрҙе төбәктә ҡалдырыу сараһын күрергә кәрәк", - тине Денис Паслер.
Юбилей тантанаһында хеҙмәт алдынғыларына бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ошо бәрәкәтле төбәктә тыуған тарихсы ғалим Нурислам Ҡалмантаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән телмәр тотоп, Бикбулат Кучаевҡа “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, балалар табибы Земфира Яйыҡова һәм башҡаларҙы ҡоролтайҙың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Был матур көндә Пләшән янындағы иркен яланда күңелле, сәмле спорт ярыштары барҙы, ат ярыштары үткәрелде, сәхнә дәртле бейеүҙәрҙҙән дер һелкенде, һоҡланғыс йырҙарҙан күңел елкенде.
Автор фотолары.