Йәмғиәт
20 Июль 2022, 16:30

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Азамат Юлдашбаевҡа уңыштар теләйбеҙ, ҡала үҫешенә ҙур өлөш индерәсәгенә ышанабыҙ.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы тәғәйенләндеСибай ҡалаһы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Бөгөндән башлап Азамат Юлдашбаев Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына рәсми тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын ҡала Советы депутаттары раҫланы.

Быға тиклем ул Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булды, бер ай тирәһе ҡала мэры вазифаһын үтәне.

Азамат Юлдашбаев сығышы менән Баймаҡ районынан. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Сибайҙың 7-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Артабан таможня инспекторы була, бер нисә йыл Сибай почтамтына етәкселек итә. Һуңынан Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Сибай филиалы директоры булып эшләй.

Азамат Мырҙағәле улына еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ! Сибай ҡала үҫешенә тос өлөш индереренә ышанабыҙ.

Билдәле булыуынса, быға тиклем Сибай ҡалаһына етәкселек иткән Рөстәм Афзалов апрель айында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры тип тәғәйенләнде.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас