Йәмғиәт
20 Июль 2022, 18:30

“Төп мәғәнә – яҡшыраҡ һәм сафыраҡ була барыуҙа”

Хоспис бик кәрәк. Уны ауыр сирләгән меңәрләгән оло йәштәге кеше һәм бала көтә.

“Төп мәғәнә – яҡшыраҡ һәм сафыраҡ була барыуҙа”“Төп мәғәнә – яҡшыраҡ һәм сафыраҡ була барыуҙа”
“Төп мәғәнә – яҡшыраҡ һәм сафыраҡ була барыуҙа”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Хоспис төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла тағы ла рәхмәт әйтәм.

Хоспис бик кәрәк. Уны ауыр сирләгән меңәрләгән оло йәштәге кеше һәм бала көтә. Бында уларҙы ҡарау, ял итеү өсөн иң яҡшы шарттарҙы булдырабыҙ... Ғаилә өсөн еңел булмаған осорҙа яҡындарың менән уңайлы шарттарҙа булыу өсөн.

Төҙөлөшкә өлөш индергән һәр кем кешеләр мәнфәғәтендә яҡшы эш башҡарҙым тип ышаныслы әйтә алалыр һәм был күктәр тарафынан иҫәпкә алыныр, тип уйлайым... Хәйер, төп асыл унда түгел. Ә башҡаларға ярҙам итеп, яҡшыраҡ һәм сафыраҡ була барыуҙа...” - тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас