Йәмғиәт
21 Июль 2022, 11:30

“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ

Быйыл 200 ошондай яңы ихата барлыҡҡа килеүе күҙаллана. 

“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ
“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһы тураһында үҙенең фекерен белдерҙе.

"Һәр осрашыуҙа тиерлек халыҡ төҙөкләндереү темаһын күтәрә. Ҙур ҡаламы, бәләкәй ауылмы - айырма юҡ. Яҡшы, төҙөк ихаталарға, майҙансыҡтарға  Башҡортостанда һорау ҙур.

Фотола Өфөләге К. Маркс урамы, 9/1 адресы буйынса урынлашҡан ихата төшөрөлгән. Был - “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән тәүге ихата. Тағы ла 199-ында, барлыҡ ҡалаларҙа һәм һигеҙ районда эштәрҙең иң ҡыҙған мәле. Република буйынса программаны уртаса 45 процентҡа үтәнек. Быйыл уҡ майҙансыҡтарҙа балалар уйнаһын һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн эштәрҙе йылы ваҡытта тамамларға тырышабыҙ.

“Башҡорт ихаталары” программаһы халыҡта һорау менән файҙалана. Быны аңлап, 2022 йылда ошо маҡсатта  1 миллиард һум аҡса бүлдек – был 2021 йыл менән сағыштырғанда 300 миллионға күберәк. Былтыр 140 ихата тапшырһаҡ, быйыл 200 планлаштырыла.
Быйылғы йылдың үҙенсәлеге – күләмле проекттар. Әгәр 2019-2020 йылда”Башҡорт ихаталары” программаһы күбеһенсә бәләкәйерәк ихаталарҙа тормошҡа ашырылһа, хәҙер ул тотош кварталдарҙы биләй.  

Ысынында, беҙ төрлө йәштәге кешеләр өсөн ял зоналары булған уңайлы, матур минипарктар  төҙөйбөҙ. Халыҡ һөҙөмтәне йылы ҡабул итә, әгәр нимәлер оҡшамаһа, улар шунда уҡ был хаҡта яҙа. Иң мөһиме - ошо матурлыҡты һаҡлаһындар, ватмаһындар ине.  

Артабан да алға барабыҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
 
Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.

“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ
“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ
“Башҡорт ихаталары” тағы ла күберәк буласаҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас