Йәмғиәт
21 Июль 2022, 12:30

Былтыр малайҙар күберәк тыуған

Айырылышҡан ғаиләләр ҙә күп...

Былтыр малайҙар күберәк тыуғанБылтыр малайҙар күберәк тыуған
Былтыр малайҙар күберәк тыуған

Йыл һайын Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты яңы тыуған сабыйҙар тураһында мәғлүмәт бирә. Яңыраҡ 2021 йылдағы тыуымға, ғаилә хәлдәренә ҡағылышлы ҡайһы бер һандар менән уртаҡлашты.

Әйткәндәй, былтыр 23 035 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, ә 16 703 пар айырылышҡан.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда бөтәһе 39 694 сабый тыуған, шул иҫәптән - 20 359 малай һәм 19 335 ҡыҙ. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа күп тыуһын һәм атай-әсәйен ҡыуандырып, иҫән-һау буй еткерһен, тип теләйбеҙ. 

Фото: dela.ru. 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас