Йәмғиәт
21 Июль 2022, 07:30

“Бында төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтамай”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика хосписы комплексы төҙөлөшөн ҡараны.

“Бында төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтамай”“Бында төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтамай”
“Бында төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтамай”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дауалап булмаҫлыҡ сирле өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән Республика хосписы комплексында булды.

Объект баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны – яҡынса 13 мең квадрат метр. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Учреждение биләмәһендә йәйәү йөрөү өсөн биләмә, балалар өсөн адаптив майҙансыҡ булдырыған.

20 июлгә ҡарата бында хоспис биналарын һалыу тамамланған, газ ҡаҙанлығы, шулай уҡ йылытыу, электр һәм һыу тәьминәте селтәрҙәренең бер өлөшө монтажланған. Төҙөүселәр эске биҙәкләү һәм биләмәне төҙөкләндереү эшен дауам итә. Башҡортостан Башлығы яңы объекттың бүлмәләрен ҡараны, тышҡы һәм эске биҙәү варианттары менән танышты.

Объекттың дөйөм хаҡы 1,1 миллиард һумға баһалана. Республика халҡы хоспис булдырыуға иғәнә индерә. Бынан тыш, ҡайһы бер төҙөлөш-монтаж эштәрен Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары хәйриә ярҙамы сифатында башҡарған. Улар - "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Башкирэнерго" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "РКК" акционерҙар йәмғиәте, "Астро-Лифт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Уфагорсвет", "Горзеленхоз" муниципаль унитар предприятиелары.

Радий Хәбиров хоспис төҙөлөшөндә ярҙам күрһәткән меценаттарға рәхмәт белдерҙе һәм республиканың бындай учреждениеға бик мохтаж булыуын билдәләне.

- Хоспис – мохтаждарға тейешле тәрбиә алыу мөмкинлеге биргән урын. Шуға күрә беҙ бында уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Бассейн, ике ҡышҡы баҡса эшләнек. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр сиргә дусар ителгәндәргә бында яҡшы, уңайлы булырға тейеш.

Иң мөһиме - үҙ ваҡытында хосписты бөтә донъя менән төҙөргә ҡарар ҡылдыҡ. Һәм беҙгә бик күптәр ярҙам итә. "Башҡортостан сода компанияһы" ҙур булышлыҡ күрһәтә. Төҙөлөштө "ИСК" муниципаль унитар предприятиеһы алып бара. Барыһына ла ҙур рәхмәт. Бында бик күп нәмә бушлай эшләнде: ҡаҙанлыҡ монтажланды, инженер селтәрҙәре һалынды, йәшелләндереү һәм асфальт түшәлде. Был - мохтаждарға ярҙам итеүҙең бер ысулы, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

“Үҙәкте сафҡа индереү ваҡытын атап буламы?” тигән һорауға яуап биреп, төбәк Башлығы түбәндәгеләрҙе әйтте:

-  Әлегә ул хаҡта һөйләргә иртәрәк, сөнки был бюджет финанслауы түгел. Ул түбәндәге принцип буйынса эшләнә: аҡса табылһа – алға барабыҙ. Шул уҡ ваҡытта бында төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтамай.

Әлбиттә, яңы объектты йыл аҙағына тиклем төҙөп бөтөргә теләк бар, төҙөүселәр менән дә ошо вариантты ҡарайбыҙ. Бының өсөн мөмкинлектәр бар, сөнки төп мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә алдыҡ.

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас