Йәмғиәт
21 Июль 2022, 16:00

“Өлкән быуын”дың күңеле йәш

Донбасстан күсеп килеүселәргә “көмөш” ирекмәндәр концерт ҡуйҙы. 

“Өлкән быуын”дың күңеле йәш“Өлкән быуын”дың күңеле йәш
“Өлкән быуын”дың күңеле йәш

Өфөләге “Речные зори” профилакторийында “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Өлкән быуын” партия проекты сиктәрендә ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр өсөн концерт ойошторҙо. “Көмөш” ирекмәндәр йыр, бейеү менән сығыш яһаны, шиғырҙар һөйләне, театрлаштырылған тамаша күрһәтте.

Сарала БР-ҙың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Елена Арямнова, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Евгений Мельников ҡатнашты. 

“Беҙ бында “Берҙәм Рәсәй – Башҡортостан” гәзитен алып килдек. Республикала барған яңылыҡтар менән хәбәрҙар булһындар өсөн июнь айында сыҡҡан һанды ла алдыҡ”, –  тине Елена Арямнова.

Депутат балаларға бүләктәр, шифаханала йәшәүселәргә яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы һ.б. килтергән. Ул бәләкәстәрҙең теләктәрен белеште, тағы ла киләсәкмен әле, тине.

Бында 193 кеше йәшәй, уларҙың - 57-һе балалар. “Берҙәм Рәсәй” партияһы уларҙың күңелен күрергә, ял ваҡыттарын төрләндерергә тырыша. Киләсәктә Республика Хәрби дан музейын барып күреү, Өфө йылғаһы буйлап катерҙа йөҙөү, спорт саралары үткәреү планлаштырыла.

Горловка ҡалаһынан ғаиләһе менән күсеп килгән Галина Верзун бында яҡшы ҡаршы алыуҙары, бик ҡунаҡсыл булыуҙары тураһында һөйләне. Уның 10 йәшлек улы Вадимға ла бында оҡшай икән. “Футбол уйнайбыҙ. Кешеләр шундай һәйбәт, изге күңелле”, –  ти ул.

Профилакторийҙа йәшәүселәргә концерт бик оҡшаны. Үҙешмәкәр артистарҙың етәксеһе Менәүәрә Ғәбдүшева фекеренсә, сығыш яһаусылар күсеп килеүселәргә күңел байрамы бүләк итте.

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас