

Үткән шәмбе Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан һалдаттарға арналған һәйкәл асыу сараһы уҙҙы. Сарала урындағы бар халыҡ, шулай уҡ район үҙәгенән вәкилдәр, мәҙәниәт йорто артистары ҡатнашты.
Афғанстанда һәм Чечняла булған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәргә арналған һәйкәлде нигеҙенән башлап тормошҡа ашырыусылар - Афған һуғышы ветерандары Харис Әхмәтшин, Риф Гузин, Илгиз Миңлейәров, Павел Корней, Мәхмүт Миңләхмәтов булды. Бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, ауыр замандар тип тормай, ниәт иткәндәрен еренә еткереп үтәне улар.
Шулай уҡ ауылдың имамы Салауат Вәликәев башланғысында урындағы халыҡтың да ярҙамы ҙур булды. Тәрән мәғәнә һалып, оҫта итеп эшләнгән был һәйкәлдең рәссамы - Сибай ҡалаһынан Риза Ишниязов, ташты сүкеп һырлаусыһы - Радик Ғибәҙуллин. Ул өс өлөштән тора: урталағыһында совет һалдаты һыны төшөрөлһә, эргәләге икәүһендә Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан Ябалаҡлы ауылы егеттәренең исем-шәрифтәре теркәлгән.
Был эштең маҡсаты - ил алдында изге бурысын үтәгән батырҙарыбыҙҙы билдәләү, шулай уҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай баш һалған яугирҙәр хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү. Ауылдаштар исеменән ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдереп, был һәйкәл үҫеп килгән быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ.
Фотолар, видео: https://vk.com/rodnikplus