Йәмғиәт
22 Июль 2022, 12:15

Һамар өлкәһендә – “iВолга-2022” йәштәр форумы

21 июлдә Һамар өлкәһенең Фестиваль паркында (Мастрюков күлдәре) Волга буйы федераль округының “iВолга-2022” Йәштәр форумы асылды.

Һамар өлкәһендә – “iВолга-2022” йәштәр форумыҺамар өлкәһендә – “iВолга-2022” йәштәр форумы
Һамар өлкәһендә – “iВолга-2022” йәштәр форумы

Форум Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронаты аҫтында һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үтә. Ойоштороусыһы – Һамар өлкәһе Хөкүмәте.

Сараға Рәсәй һәм Волга буйы төбәктәренән, Беларусь Республикаһынан, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ике меңдән ашыу кеше йыйылды. Башҡортостандан “iВолга-2022”-лә 110 кеше ҡатнаша.

Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең Беренсе урынбаҫары Сергей Кириенконың сәләме яңғыраны. “Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин был йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан итте. Йәштәр форумының мөһим миссияһы бар. Ул – ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы илебеҙҙең күп милләтле уникаль мәҙәниәте, бөйөк тарихи үткәне менән таныштырыу”, – тиелә унда.

Быйыл Форумда ҡатнашыусылар туғыҙ профилле сменаны үҙ эсенә алған белем биреү программаһын үтәсәк: “Минең халҡым”, “Киләсәк менән идара ит”, “Эш менән бул”, “Изгелек миссияһы”, “Йәшәү урыны”, “Ижади процесс”, “Практика”, “Балалар  iВолгаһы” һәм “Дәүләт йәштәр сәйәсәте” лабораторияһы. Эш программаһына “Мәғариф сифаты: киләсәккә ҡараш” темаһына түңәрәк өҫтәл һәм ҡыҙыҡлы бәхәстәр ингән.

“Балалар iВолгаһы” йүнәлешендәге  форматта 16-17 йәшлек әүҙемселәр ҡатнаша. Йәштәр йыйынына 50-65 йәшлек “көмөш” ирекмәндәр ҙә саҡырылған. Мөмкинлеге сикләнгән йәштәр өсөн майҙанда инклюзив ҡаласыҡ булдырылған.

Форумдың быйылғы яңылығы – “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге”. Реставратор-реконструкторҙар фестивале, округтың этнокүргәҙмәһе (этнопавильон), халыҡ мәҙәниәте фестивале кеүек тематик саралар шуға бәйле әҙерләнгән. Сара барышында егеттәр һәм ҡыҙҙар округ һәм Бөтә Рәсәй гранттары өсөн көрәшәсәк.

“iВолга-2022” 28 июлгә тиклем дауам итә. Форум ахырында һәр смена эшенә йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас