

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко рәйеслегендәге ултырышта республиканың "Һанлы милек һәм төҙөлөш" һанлы проекты тураһында һөйләне.
– “Һанлы милек һәм төҙөлөш” сервисы граждандар һәм төҙөүселәр өсөн берҙәм хеҙмәт булып тора, ул проекттар төҙөргә һәм төҙөлөш этаптары менән идара итергә мөмкинлек бирә, бөтә мәғлүмәт системалары менән таныштыра. Был осраҡта беҙ граждандарҙың һәм төҙөүселәрҙең ҡулланыусы тәжрибәһен бер портал менән эш итеү кимәленә тиклем ябайлаштырырға тырыштыҡ. Билдәләп китергә кәрәк, хеҙмәттең төп бурысы — ғариза биреүсегә берҙәм һәм аңлайышлы интерфейс биреү, был уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәғлүмәт системалары, ойошмалар менән эшен кәметергә ярҙам итәсәк, – тине Рөстәм Моратов.
Сервис хеҙмәттәр алыуҙы ябайлаштыра, ваҡытты экономиялай, һәр төрлө хәлде лә ҡулланыусылар өсөн уңайлы өлөштәргә бүлә – бында ваҡыт арауығы ла, хеҙмәт күләме лә, пошлина һәм дәүләт түләүҙәренең суммаһы ла күрһәтелә.
Вице-премьер сервис эшенең һөҙөмтәләре тураһында ла хәбәр итте. Әйтәйек, 2022 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда төҙөлөшкә рөхсәт биреү күләме 8,8 миллион квадрат метр торлаҡ майҙанын тәшкил итә. Был күрһәткес – 2021 йылдағы ошо уҡ осорҙағы күләмдән 22 процентҡа артығыраҡ. Был республикабыҙға Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында тәүге өсәү иҫәбенә инергә мөмкинлек биргән.
Бынан тыш, 2021 йылда төҙөлөш хеҙмәттәренә, шулай уҡ ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүгә ғаризалар һаны 79 процентҡа артҡан. Шулай итеп, 2021 йылда электрон формалағы хеҙмәттәр һаны өс тапҡырға тиерлек күбәйгән.
Республика буйынса алғанда, төҙөлөшкә ҡағылышлы хеҙмәттәр Берҙәм һәм төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталдарында иң популярҙар иҫәбенә инә. Әйтәйек, ағымдағы йылдың беренсе кварталында ғына ла төҙөлөш һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хеҙмәттәр буйынса 29 меңдән ашыу ғариза бирелгән.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news