Йәмғиәт
22 Июль 2022, 08:16

Бала йылмайыуы бәхет ул

Луганскиҙа Башҡортостан стоматологтары 1774 пациентты ҡабул иткән.

Айрат Нурмөхәмәтов  Поликлиниканың баш табибы Римма Ғәниева, медицина-профилактика бүлеге мөдире, балалар стоматологы  Лилиә Исмәғилева, шәфҡәт туташы Гөлнара Кочеганова һәм водитель Руслан Ғибәҙуллин.Айрат Нурмөхәмәтов  Поликлиниканың баш табибы Римма Ғәниева, медицина-профилактика бүлеге мөдире, балалар стоматологы  Лилиә Исмәғилева, шәфҡәт туташы Гөлнара Кочеганова һәм водитель Руслан Ғибәҙуллин.
Поликлиниканың баш табибы Римма Ғәниева, медицина-профилактика бүлеге мөдире, балалар стоматологы Лилиә Исмәғилева, шәфҡәт туташы Гөлнара Кочеганова һәм водитель Руслан Ғибәҙуллин.Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына ебәрелгән етенсе гуманитар автоколоннаһы составында Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматологияһы поликлиникаһының “Толпар” күсмә стоматология комплексы ла бар ине. Эш сәфәрендә булған табиптар ошо көндәрҙә баш ҡалаға кире әйләнеп ҡайтты.

Поликлиниканың баш табибы, Волга буйы федераль округының, Башҡорт­остандың штаттан тыш баш балалар стоматологы Римма Ғәниева, медицина-профилактика бүлеге мөдире, балалар стоматологы Лилиә Исмәғилева, шәфҡәт туташы Гөлнара Кочеганова һәм водитель Руслан Ғибәҙуллин стоматология полик­линикаһының балалар бүлеге өсөн заманса ҡорамалдар, махсус ҡоралдар алып барыуҙан тыш, Луганск Республи­каһындағы хеҙмәттәштәренә ҙур методик ярҙам күрһәтеп ҡайта. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытып, бәй­ләнеште өҙмәй, әле лә видеоконференция аша аралашып, кәңәштәрен йәлләмәй эшләүен дауам итәләр. Был саралар ике яҡ төҙөгән килешеү һәм бергәләп иғлан иткән “Донъя йылмайыуы” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

— Гуманитар ярҙамдан тыш, Башҡорт­остандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ҡыҙыл Луч ҡалаһының балалар стоматология хеҙмәте торошон өйрәнеүҙе йөкмәтте. Луганскиҙа республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш педиатр-стоматологы Ольга Седых һәм министрлыҡтың өлкән белгесе Нина Оноприенко менән осраштыҡ, – тип эш сәфәре барышы тура­һында һөйләне баш табип.

Римма Ғәниева белдереүенсә, туғандаш республикала балалар стоматологияһы тураһындағы ҡануниәт раҫланма­ғанлыҡтан, методик ярҙам күрһәтеү көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләрҙең береһе булып тора: бергәләп ҡорамалдар стандарттарын эшләү, балаларҙы ҡабул итеү, дауалау процедураһы, дөйөм наркоз ваҡытында дауалауҙы ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителгән.

Республикала тотороҡлоҡ юҡ, табиптарға ошо шарттарҙа эшләргә кәрәк. Сәйәси хәл үҙ йоғонтоһон яһай. Мәҫәлән, инвалид балаларҙы ҡабул итеү менән уларҙа ауырлыҡтар килеп тыуған. Аутизм диагнозы ҡуйылған балаларҙы нисек ҡабул итергә һәм тештәрен дауаларға икән тип баш ватҡандар. Беҙҙең белгестәр ошо йәһәттән һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Балалар баҡсалары, мәктәптәрҙә “Һаулыҡ сәғәттәре” үткәреүҙе 2014 йылда туҡтатҡандар. Ошо матур йоланы тергеҙеп ҡайттыҡ. Хеҙмәттәштәрем менән ғорурланам. Ҙур һәм файҙалы эш атҡарҙылар. Беҙҙең поликлиника бригадаһы Рәсәй балалар стоматологтары араһынан Луганскиға тәүгеләрҙән булып барҙы һәм ундағы табиптарға ҙур ярҙам күрһәтте, – ти Римма Әсҡәт ҡыҙы.

Табиптар балаларҙы күсмә комплекста ғына түгел, урындағы стоматология клиникаларында, Красный Луч ҡалаһы эргәһендәге өс ауылда – Сафиевски, Петровский, Вахрушевкала балаларҙы дауалайҙар. Бөтәһе 1774 бала ҡабул итәләр, пациенттарҙың 85 проценты дауалауға мохтаж була.

— Совет осоронда төҙөлгән стоматология поликлиникаларында эшләнек. Объектив сәбәптәр арҡаһында бөтә ҡорамалдар иҫке һәм туҙған. Урындағы табиптар уларҙы үҙаллы яңыртырға тырыша, әммә был бик ауыр. Башҡортостандағы һымаҡ диспансерлаштырыу, балаларҙың тешен даими рәүештә ҡарау һәм күҙәтеү системаһы юҡ, — ти балалар стоматологы Лилиә Исмәғилева.

Беҙҙең табиптар билдәләүенсә, Красный Луч ҡалаһының балалар стоматологияһы поликлиникаларына тәү сиратта кадрҙар кәрәк. Бөгөн ҡалала өс кенә педиатр-табип бар. Был, әлбиттә, бик аҙ.

Эш сәфәре барышында беҙҙең табиптар «Донъя йылмайыуы» проектын ойоштороп ҡайта. Уны Римма Ғәниева, Ольга Седых һәм Ольга Трофименко берлектә тормошҡа ашырасаҡ.

— Өфө медицина-стоматология үҙәктәренең береһе директоры Александр Алалыкин, Луганск балаларына ярҙамға барасағыбыҙҙы белгәс, шунда уҡ ярҙамға килде. Мин уға урындағы табиптарҙың үтенесен белдерҙем: заманса ҡорамалдар кәрәк. Ул барыһын да үҙ иҫәбенә һатып алды.

Балалар үҫә, улар ваҡытында ярҙам һәм дауалау алырға тейеш, был хаҡта беҙ – өлкәндәр хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. "Һуңғараҡ" тигән һүҙ булмаһын, – ти Римма Ғәниева.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3-сө Өфө балалар стоматология клиникаһы табиптарына дәүләт наградалары тапшырҙы, ә уның етәксеһе Римма Ғәниеваға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы" исеме бирелде.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас