Йәмғиәт
22 Июль 2022, 08:39

Беҙҙекеләр Донбассты тергеҙә

Улар ҡатмарлы шарттарҙа эшләй.

“Башинформ”.“Башинформ”.
Фото:“Башинформ”.

Донбасс  биләмәһендә махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостан туғандаш Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ылауҙары оҙата башланы – аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, кейем, эсәр һыу. Хәҙер иһә Луганск Халыҡ Республикаһына юлланған гуманитар йөк машиналарына төҙөлөш һәм техника тейәлгән – был Донбасстағы халыҡҡа тыныс тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу мөмкинлеген бирә.

 

Ике республика ла ярҙамға мохтаж

 

Красный Луч ҡалаһында һәм уның агломерацияһына ҡараған ауылдарҙа Башҡортостандан медицина хеҙмәткәрҙәре, юл эшсе­лә­ре, уҡытыусылар, төҙөүсе­ләр эш­­ләй. Эш күләме ҙур: юл ин­ф­ра­с­труктураһын тергеҙергә, мәктәп­тәрҙе, балалар баҡсаларын, поли­к­ли­никаларҙы ремонтларға йәки яңынан төҙөргә, ҡаланы һыу менән тәьмин итеү системаһын көйләргә кәрәк. Был эштәрҙе ойоштороу бурысы Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – министр Азамат Абрахмановҡа йөкмәтелгән һәм ул май башынан бирле унда командировкала.

Инде һигеҙ йыл дауамында йәшәү өсөн көрәшкән был ике республика ла бар яҡлап ярҙамға мохтаж. Красный Луч ҡалаһында медицина ярҙамын яйға һалыу – төп маҡсаттарҙың береһе, сөнки унда табиптарға ла һәм ҡорамалдарға ла ҡытлыҡ. Шуға ла бында майҙан алып Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре даими ярҙам күрһә­тә. Әле беҙҙең кардиологтар, эндокринологтар, окулистар, УЗИ бел­гестәре, отоларингологтар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Майҙа Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына өс мобиль автопоезд оҙатты: тәгәрмәсле стоматология, кардиология һәм дөйөм мобиль поликлиника, улар хәҙерге заман медицина техникаһы менән тәьмин ителгән. Июндә иһә тағы ла балалар стоматология кабинет­тары өсөн ҡорамалдар әбәрелде. 

– Унда медицина хеҙмәткәр­ҙә­рен һәм мобиль поликлиникалар оҙатыу ҡарары бик урынлы булды: асыҡланыуынса, Красный Луч халҡы күптән диспансеризациялаштырыу   үтмәгән, беҙҙең табиптар уларҙың һаулығын тикшерә. Әлбиттә, дауалайҙар ҙа, реабилитация талап ителгәндә Башҡор­тостан шифаханаларына ла оҙа­та­лар. Йыл аҙағына тиклем респуб­ликабыҙҙа 500-ҙән ашыу оло кешене, яңы уҡыу йылы башланғансы меңдән ашыу баланы ял иттерергә йыйынабыҙ, – тине Азамат Абдрахманов “Баш­информ” агентлығына биргән әңгәмәһендә.

Социаль мәсьәләләр хәл ителә

 

Красный Луч ҡалаһындағы юлдар ҙа тергеҙеүҙе талап итә. Һуңғы йылдарҙа бында юл селтәренә бөтөнләй капиталь ремонт эшлән­мәгән, соҡорҙарҙы ямау менән генә сикләнгәндәр. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Луганск Халыҡ Республикаһына асфальт-бетон заводы алып барылды. Ул 12-шәр сәғәт эшләй, сменаһына 400-450 тонна асфальт етештерә, уны шунда уҡ файҙа­ланып торалар. Беҙҙең белгестәр юлдарҙы ремонтлап төҙөкләндерә һәм яңыларын һала.     

– Урындағы халыҡты һыу менән тәьмин итеү – төп бурыстарҙың бере­һе. Красный Лучта был инфраструктура бик таушалған: берәй авария булһа, ике квартал икешәр аҙна һыуһыҙ ултыра. Былай ҙа һыуҙы көнөнә дүрт сәғәт дауамында ғына бирәләр, – ти Азамат Фәрит улы.

Шуға ла Луганск Халыҡ Респуб­ли­каһы етәкселеге менән ике саҡ­рым оҙонлоғондағы һыу селтәрен яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр. Был эште июль аҙағына тамамларға йыйыналар. Шулай уҡ республика Башлығы ҡушыуы буйынса “Луганск һыу каналы”  менән берлектә барлыҡ һыу системаһы ҡорамалдарын алмаштырыу мәсьәләһе лә ҡарала.

Мәғлүм булыуынса, ҡалала мәк­тәп, техникум, балалар баҡсаһы ке­үек социаль объекттарҙы терге­ҙеү, шулай уҡ торлаҡ фондына ҡа­ра­ған күп ҡатлы һәм шәхси йорттар һалыу мәсьәләләрен дә хәл итеү талап ителә. 16 июндә Украина хәр­би көстәре Красный Луч ҡала­һына ракеталар “яуҙырыу” һөҙөм­тәһендә 12 социаль объект һәм 240 торлаҡ йорт зыян күргән. Бина­ларҙың ҡай­һы берҙәре бөтөнләй емерелгән йә өлөшләтә зыян күргән. Ошо еме­рек­лектәрҙе терге­ҙеү өсөн яҡын ара­­ла Баш­ҡор­тос­тан­дан балта оҫталары бригадаһы киләсәк.

Петровское ҡалаһында Рәсәй Ге­ройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәпте ремонтлау мәсьәләһе тора.

– Уны төҙөкләндереү беҙҙең бурыс. Мәктәп легендар яҡташыбыҙ исемен йөрөтә. Радий Фәрит улы бинаны төҙөкләндерергә вәғәҙә бирҙе. Эш башланды, бинаның ҡыйығын һәм фасадын, инженер ҡорамалдарын алмаштырырға, бүлмә һәм коридорҙарҙы ремонт­ларға, тәҙрәләрен яңыртырға, биләмәне төҙөкләндерергә кәрәк. Рәсәй Президенты Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко Красный Лучҡа килгән саҡта мәктәпте реконструкциялау барышы менән ентекләп танышты һәм эште тиҙләтергә тәҡдим итте, – тине Азамат Абдрахманов.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ төбәктәренә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмә­ләрен шефлыҡҡа алыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһындағы Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеү йөкләмәһен алды һәм тәүге көндәрҙән үк ошо йүнәлештә эш алып бара. Республикабыҙҙың был тәжрибәһе башҡа төбәктәргә өлгө булып тора, Сергей Кириенко ла Башҡортостан алып барған эшмәкәрлеккә яҡшы баһа биргән.

 

Халыҡ рәхмәт әйтә

 

Изгелек эшлә лә һыуға һал – ха­лыҡ белер, халыҡ күрмәһә – балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Был фекер Луганск Халыҡ Респуб­ли­каһында эшләгән яҡташтары­быҙға ла ҡағыла. Ҡаланы тергеҙеү, халыҡты дауалау һәм башҡа бурыстарҙы үтәү маҡсатында юлланған белгестәр урындағы халыҡтан рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Улар үҙҙәре лә мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, балалар майҙансығы төҙөүселәргә хатта үҫмерҙәр ҙә ярҙам итергә тырыша, оло инәйҙәр юл төҙөүселәргә сәй һәм бәлештәр тәҡдим итә. Республиканан барған гуманитар ярҙамды ла халыҡ ҡыуанып ҡабул итә.

 – Беҙҙең барлыҡ егеттәргә һәм ҡыҙҙарға – медицина хеҙмәткәр­ҙәренә, юлсыларға, төҙөүселәргә рәхмәт әйткем килә. Улар ауыр шарт­тарҙа эшләй. Беҙҙекеләр ҡурҡмай, эштән баш тартмай, сигенмәй, бөтәһен дә ташлап, өйгә ҡайтып китмәне. Бар көсөн һалып эшләйҙәр. Был тоғролоҡ, намыҫ­санлыҡ, кешеләрҙе яратыу сифаттары бик ҡиммәт, – тип белдерҙе Азамат Фәрит улы. 

-   Рәмилә МУСИНА

Читайте нас